Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 18:39

ГРАНТТАР ТӘҮӘККӘЛДӘР ӨСӨН

“АгроСтартАп” проекты ярҙамында үҙенең крәҫтиәнфермер хужалығын булдырыуҙы планлаштырыусылар йәки әле эш алып барғандар өсөн 27 апрелдән гранттарға документтар ҡабул итеү башлана. Ошо уңайҙан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ауыл хужалығын консултациялау үҙәгенең директор урынбаҫары Владимир ЯКОВЛЕВ биргән кәңәштәргә иғтибар итәйек.

“АгроСтартАп” проекты ярҙамында үҙенең крәҫтиәнфермер хужалығын булдырыуҙы планлаштырыусылар йәки әле эш алып барғандар өсөн 27 апрелдән гранттарға документтар ҡабул итеү башлана. Ошо уңайҙан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ауыл хужалығын консултациялау үҙәгенең директор урынбаҫары Владимир ЯКОВЛЕВ биргән кәңәштәргә иғтибар итәйек. Муниципаль районға килеп, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәргә төрлө файҙалы уҡыуҙар, консультациялар ойошторған белгес күптәребеҙгә яҡшы таныш.
Өс миллион һумдан алты миллион һумға тиклем күләмдәге грантҡа кемдәр дәғүә итә ала?
Үҙенең ярҙамсыл шәхси хужалығы (ЛПХ) булған граждандар һәм конкурста еңгән осраҡта крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлергә йөкләмә алған физик шәхестәр;
2020 йылда асылған крәҫтиәнфермер хужалыҡтары. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар йыйылмаһын һәм крәҫтиән-фермер хужалығы үҫешенең бизнес-планын әҙерләп, заявканы 8 майға тиклем почта аша Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығына ебәрергә кәрәк.
Грант биреүҙең маҡсаты һәм барлыҡ шарттары тураһында БР ауыл хужалығын консультациялау үҙәге сайтында танышырға мөмкин.
Буласаҡ ғариза биреүселәргә тәҡдимдәр:
Бер кемде лә алдарға тырышмағыҙ. Гранттар ауыл хужалығы өлкәһендә сифатлы, ентекле әҙерлекле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелә.
Әгәр бизнес-планды һеҙгә консультация хеҙмәттәре эшләһә, уны ныҡлап өйрәнегеҙ һәм барлыҡ аспекттарына төшөнөгөҙ. Комиссия ҙур тәжрибәле һәм агробизнесты яҡшы аңлаған 17 кешенән тора. Әгәр үҙегеҙҙең бизнес-планығыҙҙы аңламаһағыҙ, комиссияның юғары баһаһына өмөт итмәгеҙ.
Докладығыҙҙы әҙерләгеҙ! Һеҙҙән бер кем лә оҫта сығыш йәки юғары презентация талап итмәй, әммә проектығыҙҙың асылын аңлайышлы итеп асып биреү мотлаҡ.
Консультация үҙәктәренән һеҙҙең менән эшләүҙе һорағыҙ. Быйыл проекттарҙы яҡлау ВКС режимында уҙғарыу планлаштырыла, уның да үҙенсәлектәре бар, шуға күрә әҙерләнегеҙ.
Документтар әҙерләүгә иғтибар менән ҡарағыҙ. Райондағы мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре белгестәренән документтарығыҙҙы тикшереүҙәрен һорағыҙ. Барлыҡ документтарҙы үҙегеҙ ҙә барлап сығығыҙ.
Аҙаҡҡы көнгә тиклем һуҙмағыҙ. 5 майға саҡлы барлыҡ документтар менән заявкаларҙы ебәрергә кәрәк. Һуңғы көндә нимәлер килеп сыҡмауы ихтимал.
Әгәр һеҙ 100% -ҡа әҙер түгел һәм ниңәлер шикләнәһегеҙ икән, заявка биреүҙе киләһе йылға ҡалдырып тороғоҙ. АгроСтартАп 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Грант алыу оло юлығыҙҙың бер еңел өлөшө генә. Сөнки һуңынан ауыл хужалығын үҫтереү, эш урындары булдырыу, һалымдар түләү буйынса етди йөкләмәләр аласаҡһығыҙ. Шуға күрә әгәр әлегә икеләнеүҙәр бар икән - киләһе йылға тиклем төплө әҙерләнегеҙ.
Үҙегеҙгә һәм проектығыҙға ышанығыҙ.
2020 йылда “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм үҫтереү (“Агростартап” проекты) буйынса кәңәштәр алыу юлы киң.
Үҙебеҙҙең муниципаль райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге менән бәйләнеш телефоны: 2-45-11, 4-03-13.
БР ауыл хужалығын консултациялау үҙәгенең социаль селтәрҙәге һылтанмаһы: https://vk.com/cckrb Телефоны: 8 (3472) 73-15-10.
Фото: Владимир Яковлевтың архивынан.
Читайте нас: