Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 21:23

Еләк иртәрәк өлгөрһөн тиһәгеҙ...

Апрель - мəшəҡəтле ай. Был айҙа асыҡ ергə сəсеү өсөн орлоҡтарҙы барларға, тейешлелəрен тикшерергə кəрəк.

Апрель - мəшəҡəтле ай. Был айҙа асыҡ ергə сəсеү өсөн орлоҡтарҙы барларға, тейешлелəрен тикшерергə кəрəк.
Кишер, петрушка, укроп, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө, башлы һуғанды сəсергə əҙерлəйҙəр. Ҡар иреп бөтөү менəн, тупраҡ əле бик дымлы саҡта, баҡсаға азотлы ашламалар (мочевина, аммиак селитраһы, тиреҫ) индерелə. Был ваҡытта улар тупраҡта һəйбəт ирей, яҙғы һыу уларҙы аҫҡы ҡатламдарға алып төшөп китə алмай. Бигерəк тə баҡса елəге үҫтерһəгеҙ, əлеге ысулды ҡулланыу яҡшы. Елəктəрегеҙҙең 10-15 көнгə иртəрəк өлгөрөүен телəһəгеҙ, уның иртə өлгөрə торған сорттарының өҫтөнə дуға рəүешендə каркас ҡуйып, өҫтөн пленка менəн ҡаплағыҙ. Шул уҡ ваҡытта былтыр ғына ултыртҡандарын да ентеклəп ҡарағыҙ, араларында тупраҡ өҫкə ҡыҫып сығарған үҫентелəр була. Уларҙы тупраҡҡа батырып ҡуйығыҙ. Күп йыллыҡ йəшелсə культуралары (ҡара һуған, ирəүəн, ҡуҙғалаҡ), шулай уҡ баҡса елəгенең араларын да тырматып сығығыҙ, минераль ашламалар индерегеҙ, рəт араларын йомшартығыҙ. Апрель урталарында картуфтың бүлбелəрен баҙҙан сығарып, шыттырырға ҡуйырға кəрəк. Ай уртаһында өлгөр баҡсасылар теплицаларын йылытып, ҡыярҙарын да сығара. Япмалы урындарға биояғыулыҡ, серетмə, тиреҫ һалалар.
Фото: интернет
Читайте нас: