Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2020, 11:43

Баҡсасыға кәңәшкә

Ҡурай еләге мул уңыш килтерһен өсөн, яҙын ашламалар менән тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн апрель аҙаҡтары, май баштары уңайлы мәл.

Ҡурай еләге мул уңыш килтерһен өсөн, яҙын ашламалар менән тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн апрель аҙаҡтары, май баштары уңайлы мәл.
Бөгөн махсус кибеттәрҙә ниндәй генә ашламалар һатылмай. Шулай ҙа күптәребеҙ элек-электән килгән ысулдарҙы ла даими ҡуллана. Мәҫәлән, тауыҡ тиҙәге азотлы ашламаларға бай. Ҡоро тауыҡ тиҙәген бер биҙрә һыу менән бутап, һәр ҡурай еләге ҡыуаҡлығы төбөнә һибергә кәрәк.
Ҡурай еләге эре, татлы емештәрен бирһен тиһәгеҙ, калий ҙа талап ителә. Бының өсөн ағас көлө лә ярап ҡала. Уны ла һыу менән бутап ағас төбөнә ҡойорға кәрәк. Яҡынса бер ҡыуаҡлыҡҡа 150-200 грамм һыулы ашлама тура килә. Нитрофоск ашламаһы микроэлементтарға бай. Быларҙың барыһын да башҡарһағыҙ, отолмаҫһығыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: