Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2020, 12:51

ҠАР СӘСКӘҺЕ (хикәйә)

Тәбиғәттең көнләп кенә түгел, сәғәт-минутлап үҙгәргән мәле. Кисә генә буранлап тороп ҡар яуа ине, бөгөн салт аяҙ. Яңы яуған мамыҡ ҡар ҡайһы арала иреп бөткән дә, ҡайһы арала урам-тротуарҙар кибеп өлгөргән? Ҡаршылағы урманды танырлыҡ та түгел. Ала-сола булып ҡалған. Май ҡарының эше был. Ысынлап та, ҡар башына ҡар етә икән шул.

(Данлыҡлы кардиохирург, һәүәҫкәр рәссам, академик Ғатауллин Наил Ғайнатовичҡа арнайым)

Тәбиғәттең көнләп кенә түгел, сәғәт-минутлап үҙгәргән мәле. Кисә генә буранлап тороп ҡар яуа ине, бөгөн салт аяҙ. Яңы яуған мамыҡ ҡар ҡайһы арала иреп бөткән дә, ҡайһы арала урам-тротуарҙар кибеп өлгөргән? Ҡаршылағы урманды танырлыҡ та түгел. Ала-сола булып ҡалған. Май ҡарының эше был. Ысынлап та, ҡар башына ҡар етә икән шул.
Яҙ тыуыуын, яҙ һулышын тойоп илһамланған ҡоштарҙың шатлыҡлы йыры асыҡ тәҙрә-форточкаларҙан урғылып эскә инә. Инә лә былай ҙа зарығышып ятҡан ауырыуҙарҙы тәьҫирләндерә, күңелдәрен тышҡа тарта. Шуға ла шифаханалағы аяғына баҫҡандарҙың барыһы тәҙрә эргәһендә. Йөрөй алғандары зал тәҙрәләрен һырып алғандар ҙа шифаханаға текәлеп үк торған урманға төбәлгәндәр.
Хатта Гүзәл дә сыҡҡан. Яңыраҡ ҡына операция яһанылар уға. Һөймәлекле генә бер ҡыҙ бала ул. IX синыф уҡыусыһы. Беҙ, уҡытыусылар ҙа, ахыры, табиптар һымаҡбыҙ. Уларға ла ауырыуҙар бер тигеҙ, һәр береһенә, ҡайҙа ғына осрамаһындар, ярҙам итергә ашығалар.
Мин дә шифаханала уртаҡ уҡытыусыға әйләндем. Уҡыусыларым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәтһеҙ. Төрлөһө төрлө яҡтан, төрлө синыфтан. Хәлдәре лә төрлөсә. Ҡайһыларына операция яһағандар, ҡайһылары көтөп йөрөй. Тиңдәштәре менән уйнап-көлөп, һөйөп-һөйөлөп йөрөр саҡтарында ят инде. Аяныс, әлбиттә. Ололар булһа, бер хәл. Ҡулымдан, хәлемдән килһә, балаларҙы, ғөмүмән, ауырытмаҫ инем мин. Ә быларын “һә” тигәнсе һауыҡтыра һалып ҡайтарып ебәрер инем. Бер көн тотмаҫ инем бында. Тик, нишләйһең, ундай илаһи көс юҡ шул миндә, беҙҙә. Шуға ҡулымдан, хәлемдән килгәнен эшләйем. Миңә, оҙаҡ йылдар уҡытҡан кешегә, балалар менән уртаҡ тел табыуы артыҡ ҡыйын түгел. Төрлө яҡлы мауығыуым да ныҡ ярҙам итә. Математика, физика, химия фәндәренән, башҡалары буйынса ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорабыҙ. Ауыр тәбиғәтле, төшөнкөлөккә бирелеп үҙ-үҙенә бикләнгән, операциянан үлеп ҡурҡҡан уҡыусыларым да бар. Уларын ыҡҡа килтереү еңел түгел. Ихтыяр көсөн тиҙ генә тәрбиәләп булмай. Шулай ҙа минең телемдән башҡа тағы бер сарам, ҡоралым бар ундайҙарға. Бынан күп йылдар элек йөрәк операцияһы үткәргән кеше булараҡ кәңәштәремде бирәм уларға. Ныҡ тәьҫир итә был. Миңә аптырабыраҡ ҡарап торалар берғауым, шунан төпсөнә башлайҙар. Унан инде ыңғайға үҙгәреш күренә башлай.
Бына әле үҙем тәҙрә аша тышҡа ҡарап торһам да, бөтә уйым, иғтибарым Гүзәлдә. Бик ауыр, ҡатмарлы операцияны күтәрҙе ул. Профессор Ғатауллин үҙе яһаған. Шуға ла күңел тыныс. Мин үҙем дә бит шул хөрмәтле кешенең тылсымлы ҡулынан үткәнмен. Гүзәл өсөн борсолорға, икеләнергә ерлек юҡ һымаҡ та, ләкин көтөлмәгән хәлдәр ҙә килеп сығыу ихтималы бар бит. Юҡ-юкта күңелгә шундай шик тә килеп ҡуя.
Гүзәл йөрөмәй ине әле. Тәүгә сығыуылыр. Тфү, күҙ теймәһен. Тәҙрә эргәһендәге эскәмйәгә алға бөгөлә биреп ултырған да тышҡа ҡараған. Ныҡ ҡына һурылған. Йөҙө ап-аҡ. Уң ҡулын йөрәге өҫтөнән алмай – аңғармаҫтан тейеп ҡуймаһындар, тиҙер инде. Ваҡыты менән йөҙө сирылып китә. Ул сағында ҡарашын тәҙрәнән ала. Шунда мин уның моңһоу күҙҙәрен күреп ҡалам. Нисек булһа ла ярҙам иткем килә лә бит. Тик нисек?..
Бына шулай уйҙарым Гүзәлдә, ә күҙҙәрем ҡаршылағы урманда.
Унда баянан бирле бер ҡарт йөрөй. Инвалид. Бер аяғы ағастан. Эргәһендә дүрт-биш йәшлек ейәне лә бар. Ҡарт таяғы менән ҡарҙа ҡаҙына. Ниҙер таба ла ейәненә күрһәтә. Уныһы эйелеп ала. Үҙе алыр ине – ағас аяҡ мөмкинселек бирмәйҙер инде. Ысынлап та, ҡар сәскәһе өлгөргәнме?
Ҡар сәскәһе – өмөт символы. Бына нимә кәрәк Гүзәлгә әлеге ауыр мәлендә!
Хәлдең самалы булыуын да онотоп, палатаға ашығам. Унда куртка, халатты ҡатлап кейәм дә лифтҡа барам. Ярай әле, беҙҙең һымаҡтарға уныһы бар.
Тәҙрәнән ҡарағанда йылы күренһә лә, тыш һалҡын ғына икән. Һауа саф. Үпкәне ярып килә. Өйрәнмәгәнгәлер инде.
Урманға ҡарайым. Тик теге кешеләр юҡ. Маршрут автобусы килә ине. Шуға ултырып киткәндәрҙер инде. Ҡарт йөрөгән урынға барып, уларҙың эҙҙәренән иҙелеп ятҡан ҡарға төбәләм. Бер ни күренмәгән һымаҡ. Еүеш ҡарҙы аяҡ менән һаҡ ҡына ышырып ерҙе аса башлауым була – сәскәләр күренә лә башланы. Ҡар сәскәләре... Шыйтыҡ ҡына һабағын бөгөп, күгелйем бөрөһөн аҫҡа эйгән. Ҡарҙы, туң ерҙе шулай тишеп сыға улар. Яҡтыға сығыу менән бөрө асыла. Шуныһы ғәжәп: ер ҙә асыла. Әйтерһең, сәскәнән бөркөлгән йылылыҡ ярмаланған ҡарҙы иретә. Ғәжәп күренеш, ғәжәп сәскә.
Алдараҡ йыуан-йыуан йүкәләр үҫә. Уларҙың төптәре асыла ла башлаған инде. Бәлки, таждарын асҡандарын табырмын тип, шул яҡҡа киттем.
Ысынлап та, асыла башлаған был алаңғырт урын һоҡландырғыс сәскәләр менән сыбарланған ине. Ағас төбөндәгеләре ҙурҙар инде. Сылт аҡтар. Ағастан ситкә киткән һайын бәләкәсәйә баралар. Төҫтәре лә үҙгәрә. Көрәнһыу-күгелйем төҫкә инәләр. Ғәжәп күренеш. Күҙем алдында тыуған был мөғжизәнән айырыла алмай оҙаҡ ҡына торҙом мин. Ошондай ук күренешкә элегерәк Иҫке Монасип ауылында тап булғайныҡ беҙ. Уҡыусыларым был урынды һаҡ аҫтына алды. Уларҙың сәскә менән мауыға башлауҙарына тап ошо ҡар сәскәләре сәбәпсе булды. Шул ваҡытта үҫемлектәргә ҡағылышлы легендалар ҙа йыйғайныҡ. Ҡар сәскәһе тураһында¬ғыһы әле лә иҫтә.
«Бер ваҡыт кешеләр аяуһыҙ буранға юлыға. Өшөп-туңып йөрөй торғас, бөтөнләйгә аҙашалар. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, йәшәүҙән ваз кискән был кешеләрҙе ҡар бөртөктәре йәлләй һәм ергә төшкән бере ғәжәп сәскәгә әйләнә бара. Был ҡыйыу сәскәләрҙе күргәс, кешеләрҙең тәндәренә, күңелдәренә йылы йүгерә, туңа башлаған йөрәктәрендә йәшәүгә өмөт ярала. Улар, үҙҙәрендә көс табып, аяуһыҙ буранға бирешмәйенсә, иҫән ҡалалар. Шунан алып был сәскә өмөт символы булып йөрөй».
Нисек кенә йәл булмаһын, биш бөртөк сәскә өҙөп алдым. Гүзәл өсөн, Гүзәл хаҡына.
Бик тиҙ һулый икән үҙҙәре. Ҡайтып, сисенеп, шәфҡәт туташынан бәләкәй генә дарыу шешәһе һорап алғансы, һулый ҙа башланылар. Шешәгә һыу ҡойоп, сәскәләремде урынлаштыр¬ҙым. Шунда уларҙың һиҙгерлеге йәнә аптыратты мине. Күҙгә күренеп терелде сәскәләрем. Ғәжәп матур гөлләмә барлыҡҡа килде. Шешәһе лә бик килешле булды. Иш урынына ҡуш булып, матурлыҡты бермә-бер көсәйтеп ебәрҙе. Хәҙер инде Гүзәлгә биргәндә лә була.
Мин барғанда улар һаман да тәҙрә эргәһендәге эскәмйәлә ултыралар ине. Букетты күргәс, ҡыҙҙарҙың һоҡланыуын күрһәгеҙ! Бигерәк тә Гүзәлдең!
«Тәү ҡарауға үтә нескә, сибек булһа ла, барыһынан алда ашҡынып, үҙендә туң ерҙе, ҡар-боҙҙарҙы тишеп сығырлыҡ көс таба алған, иң тәү булып кешеләрҙе шатландырған ошо ҡыйыу сәскәгә оҡша, һеңлем, ҡәҙерле уҡыусым», - тип, алдан уйлап ҡуйған һүҙҙәремде әйтеүҙең кәрәге лә юҡ ине инде. Артыҡ һүҙ нимәгә кәрәк? Сәскә ҡөҙрәте Гүзәлдең йөҙөндә, күҙҙәрендә, хатта тын алышында сағыла ине.
Фото: интернет
Читайте нас: