Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 16:23

Матур булып ҡалайыҡ!

Биттәге йыйырсыҡтарҙы булдырмау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ!

1. Биттәге йыйырсыҡтарҙы булдырмау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ!
2. Йоҡлар алдынан күҙ тирәһенә кастор майы һөртөү файҙалы.
3. Сәсегеҙ ҡойолһа, дегәнәк төнәтмәһе һөртөгөҙ.
4. Лимон ҡалдыҡтары менән ҡулығыҙҙы һәм терһәктәрегеҙҙе ыуығыҙ.
5. Ҡул тиреһе ҡороп китһә, крахмал ышҡығыҙ.
6. Пудрағыҙ ҡапыл бөтөп ҡалһа, крахмал ҡулланырға була.
7. Сәсегеҙ майлы булһа, сәй шамаһы менән ышҡығыҙ.
8. Кофе ҡалдығынан тәнгә пилинг эшләү ныҡ файҙалы.
9. Һырғанаҡтың яңы һығылған һуты ҡоро тирегә ныҡ килешә (1-1,5 аш ҡ.).
10. Хнаға 3-4 ҡалаҡ какао өҫтәһәң, сәс ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫкә буялыр.
11. Бузина сәскәһенең төнәтмәһе тирене йомшарта һәм дымлай.
12. Тырнаҡтарығыҙ ҡарая икән, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡыяр рассолы эсегеҙ.
13. Бит тиреһенең төҫө матур булһын тиһәгеҙ, бал+тоҙ ҡатнашмаһынан маска эшләгеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: