Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 20:35

Балкондан ғына ҡыяр өҙөп

Бөтә күңелен һалып гөл-сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереүселәр, улар менән төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәреүселәр арабыҙҙа аҙ түгел. Ҡалала йәшәүсе үҙешмәкәр композитор Нәсимә Әминова ла ошо уңған баҡсасылар рәтенән. Кемебеҙ уның кеүек өйҙә ҡыяр өлгөрткәне бар икән?

Бөтә күңелен һалып гөл-сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереүселәр, улар менән төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәреүселәр арабыҙҙа аҙ түгел. Ҡалала йәшәүсе үҙешмәкәр композитор Нәсимә Әминова ла ошо уңған баҡсасылар рәтенән. Кемебеҙ уның кеүек өйҙә ҡыяр өлгөрткәне бар икән?
- Баҡсабыҙ булмаған ваҡытта ҡыҙыҡ өсөн генә тип үҫтереп ҡарағайныҡ, килеп сыҡты. Тәүге йылды тәҙрә төбөндә, икенсе йыл балконда ултырттым. Үҫентеләр өсөн ҡояшлыраҡ урынды һайланым, 3-4 төп кенә сәсһәм дә, үҙебеҙгә салатлыҡ өлгөрөп торҙо. Ҡыярҙың тармаҡланып үҫеүен күҙ уңында тотоп, ҙур ғына көршәккә йәки биҙрәгә бер төп кенә ҡыяр сәсеү уңышлыраҡ. Шулай уҡ орлоҡто һайлағанда теплицала, балконда үҫтереүгә тәғәйенләнгәнен алыу кәрәк. Үҙем бик эре булмаған сорттарға өҫтөнлөк бирҙем. Тоҙларға етмәһә лә, йәшел сағында өҙөп кенә ашарға бик ярап ҡалды. Ейәндәремә лә балконда ҡыяр үҫтереүем ҡыҙыҡ булды. Сәсеп, ай - ай ҙа ун көн үтеүгә үҫенте ҡыяр бирә башлай, - тип һөйләне ул.
Хәҙер ғаиләнең үҙ баҡсаһы – йәндәре теләгәнен үҫтерәләр. Былтыр баҡсаларының сәскәгә күмелеп ултырыуына һоҡланғайным, был шөғөлдөң күңел өсөн, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшеү өсөн кәрәклеген дә аңлайһың.
- Ғәҙәттә күптәр олоғайғас баҡсаны ташлай. Беҙҙең 70 йәштән үткәс аҡса алыуыбыҙға таныштар тәүҙә аптыраны. Ләкин тормош иптәшем менән быға һис кенә үкенмәйбеҙ. Беҙгә шифаханалар ҙа кәрәк түгел, ерҙә эшләү күңелгә бына тигән ял бирә. Ирем мунса, теплица, беседка төҙөп ултыртҡас, баҡсабыҙ тағы ла йәмләнеп китте. Сәскә, йәшелсәемеш үҫтереү күберәк минең иңдә. Үҫентеләрҙең ерҙе төртөп килеп сығыуы, сәскә атыуы, емешләнеүе – уларҙың һәр мәлен күҙәтеү, тәрбиәләү күңелгә аңлатып бөткөһөҙ ләззәт бирә, - ти Нәсимә Ғилметдин ҡыҙы.
Егәрле пар әле өйҙә ултырған мәлдә лә баҡсала быйыл нимәләр үҫтереү тураһында пландар ҡора. Иң мөһиме - барса халыҡты борсоған сиргә бәйле ваҡиғалар тиҙерәк
үтеп китһен. Барыбыҙ ҙа – тәбиғәт балаһы. Бигерәк тә ауылда үҫкәндәр ерҙә эшләүҙән көс-ҡеүәт ала. Нимә генә тимәһендәр, тыуған тупраҡта үҙең үҫтергән ризыҡ иң тәмлеһе, файҙалыһы шул!
Читайте нас: