Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2020, 22:27

"Машинаңды ситкә шылдырып ҡуй әле..."

Бер пассажир юл буйына маҡтанып килде, теле телгә йоҡмай, хатта ҡолаҡ тона башланы. Баҡтиһәң, көрәп аҡса эшләй, ҡала һайын һөйәркәһе бар, ресторандарҙа ғына тамаҡ туйҙыра, ғаиләлә бер нисә автомобиль...

Бер пассажир юл буйына маҡтанып килде, теле телгә йоҡмай, хатта ҡолаҡ тона башланы. Баҡтиһәң, көрәп аҡса эшләй, ҡала һайын һөйәркәһе бар, ресторандарҙа ғына тамаҡ туйҙыра, ғаиләлә бер нисә автомобиль...
Ышанырғамы-юҡмы, иҫерек килеш руль артына ултырған, ә ЮХХДИ инспекторҙарына эләкмәгән. Күпмелер ваҡыттан һуң шапырынырға яратҡан был ир менән юлдарыбыҙ тағы киҫеште. Ғәжәп, алдымда элекке ҡуҡырыҡ түгел, ә "кикереге шиңгән әтәс" баҫып тора ине.
– Нисек хәлдәр, еңгә әрләп сығарҙымы әллә? – тим.
– Хәтирә һауыт-һаба шылтыратҡанға ғына түҙер инем әле... – тине лә шымды. Бер аҙҙан хәбәребеҙ йәнә ялғанды.
Баймаҡ районының Шүлкә утары йәһәннәмдә ятҡанын күптәр белә. Кем әйтмешләй, был яҡтарҙа онотҡанда бер техника осрай. Танышым ошо ауылдағы иптәшендә бер аҙ “төшөрөп алғас”, Баймаҡ ҡалаһына ҡайтырға сыҡҡан, һүҙ ҙә юҡ, “тимер ат”ында. Береһе ошаҡлағанмы, әллә осраҡлыҡмы, ун минут үткәнме-юҡмы, боролошта полицейский тормаһынмы! Билдәле, ул алыҫтан уҡ туҡтарға бойорған. Ә водитель уға барып етмәй, хатта юлдың ҡап уртаһында машинаһын ҡалдырған һәм “рулдә мин түгел инем, шәп булһа, иҫбат итһен!” тип күтәртелгән юлдың аҫтына төшкән дә киткән.
Полицейский уның артынан килеп еткән. Вәлим әйтеүенсә, ул араҡы еҫен һиҙгән, ә водитель “юҡ, автомобилдә мин түгел инем” тип аҡланған. Ҡыҫҡаһы, руль артында кемдең ултырыу-ултырмауы тураһында оҙаҡ бәхәс барған, әммә ҡыҙмаса ир һүҙен бирмәгән. Был юлы ла еңдем, тип шатланған ул. Ә ЮХХДИ хеҙмәткәре, ошо мәлдән файҙаланып, тыныс ҡына былай тигән:
"Ярай улайһа. Машинаңды ситкә шылдырып ҡуй әле, юл уртаһында тормаһын. Йә берәйһе төкөп китер, яңы күренә, йәл бит..."
Уны-быны уйламаған ир машинаһын тоҡандырған да юл ситенә борған. Мыйыҡ аҫтынан йылмайған капитанға шул ғына кәрәккән дә...
Фото: drive2.com
Илдар Акьюлов
Читайте нас: