Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2020, 21:07

Бындай ырымдар ысынмы икән?

Йорт үҫемлектәренең күпселеген матур сәскәһенә ҡыҙығып тоталар, үҙенсәлекле япраҡлылары ла осрай. Шулай ҙа өйҙә муллыҡ булһын өсөн, төбөнә тинлектәр һалып, аҡса гөлөн үҫтереүселәр, йә япрағы ике төҫлө булһа, өйҙә тоторға ярамай, тип ташлаусылар ҙа осрай.

Йорт үҫемлектәренең күпселеген матур сәскәһенә ҡыҙығып тоталар, үҙенсәлекле япраҡлылары ла осрай. Шулай ҙа өйҙә муллыҡ булһын өсөн, төбөнә тинлектәр һалып, аҡса гөлөн үҫтереүселәр, йә япрағы ике төҫлө булһа, өйҙә тоторға ярамай, тип ташлаусылар ҙа осрай.
Ҡайһы гөлгә ҡарата ниндәй ышаныуҙар йөрөй.
* Абаға (ҡаҙаяҡ) - кәрт һәм ҡомарлы уйындарҙа уңыш килтерә.
* Фикус - эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.
* Розан (гибискус) - ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.
* Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) - өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.
* Яран гөлө - тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе "һыйҙырмай", яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.
* Толстянка («аҡса гөлө») - муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән - тинлек аҡсаға, эре булһа - ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән - тиҙ арала байырһығыҙ.
* Алоэ - бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.
* Фиалка (миләүшә) - төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.
* Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштырһағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.
* Фикус гөлө - бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтерһәләр, сабыйҙары тыуыр". Фи-кусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу - тыныслыҡҡа, тиҙәр. Гөлдәр сәскә атмаһа - хужаларының ярлыланыуына.
Фото: интернет
Читайте нас: