Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2020, 16:44

Бер көндә булған ике ваҡиға

12 апрель – Космонавтика көнө яҡынлашыу менән, бынан 60 йыл элек булған ваҡиға иҫкә килә лә төшә.

Шатлыҡ килтергәне
12 апрель – Космонавтика көнө яҡынлашыу менән, бынан 60 йыл элек булған ваҡиға иҫкә килә лә төшә. Ауылдың ике тиҫтәгә яҡын малайҙары һәм ҡыҙҙары Маҡар урта мәктәбенең 7-се класында уҡып йөрөйбөҙ. Ҡышты ауырымай ғына үткәреп ебәрҙек. Ул йылдың апрель айы йылы килгән күрәһең, тәбиғәт ҡышҡы ҡарҙан иртә арынды. Шуғалыр инде, класташ малайҙарҙың күбеһе мәктәпкә ялан аяҡ йөрөй инек. Аҙнаның билдәле бер көнөндә яратҡан уҡытыусыбыҙ Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова алгебра, геометрия фәндәренән өҫтәлмә дәрескә ҡалдыра ине. Бөгөн дә, уны көтөп, урындарыбыҙҙа ултырабыҙ. Асыҡтырған, эстә бүреләр олой. Ул ваҡыттағы уҡыусылар мәктәптә ойошторолған йылы аштың нимә икәнен белмәйҙәр ине шул. Күпмелер ваҡыттан һуң бүлмәбеҙҙең ишеге шар асылып китте лә, уҡытыусыбыҙҙың шат йылмайған йөҙө күренде:
- Уҡыусылар, бөгөн илебеҙ өсөн дә, ер шарында йәшәгән күп милләтле халыҡ өсөн дә бик шатлыҡлы көн. Йыһан киңлегенә беҙҙең ил кешеһе Юрий Гагарин осҡан. Барығыҙ, ҡайтығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ошо һөйөнөслө хәбәр менән шатландырығыҙ, - тип уҡыусыларҙы ҡайтарып ебәрҙе. Ул ваҡытта космонавт, космос, космик ракета тигән һүҙҙәр ҙә ҡулланышта юҡ ине әле. Шуға ла уҡытыусыбыҙ йыһанға космонавт осҡан тип түгел, ә ябай ғына итеп “кеше” осҡан тигәндер инде.
Һабаҡ биргәне
Класташ малайҙарҙан Риф, Сәғир, Мирсәйет, Салауат, Эрнест, Булат Йәнәлтау битенән йүгерә-атлап өйгә ҡайтып барабыҙ:
“Нисек була һуң ул йыһан? Кеше ракетаның ҡайһы еренә ултырып оса икән?” – ошо ише һәм 14 йәшлек малайҙар аңлата алмаған башҡа һорауҙар борсой ине беҙҙең баштарҙы.
Ошо ваҡыт Сәғир Нәбиуллиндың әсе тауышы уйҙарыбыҙҙы бүлмәһенме:
- Малайҙар, сусҡа, сусҡа, Петька менән Машка еҫкәшеп торалар. Давай баҫтырабыҙ шул кафырҙарҙы! Беҙ, малайҙар, сусҡаларға уларҙың хужаларының исемдәрен ҡушҡайныҡ. Ул ваҡытта Маҡарҙа рус милләтле бер ғаилә йәшәне. Ирен - Петя, ҡатынын Маруся тиҙәр ине. Бөтә ауыл халҡы ул ваҡытта һыйыр малы аҫыраһа, тик рус милләтле ошо ғаилә генә сусҡа тотто.
- Малайҙар, полундра, Петя ағай беҙҙе баҫтыра, - быныһы инде сусҡа баҫтырыусы малайҙарҙан арттараҡ ҡалған Булат Сәсәнбаевтың тауышы ине. Тиҙҙән тау битендә унлап малайҙың табандары ялтырауы ғына күренеп ҡалды. Ваҡиға ошоноң менән генә тамамланһа ине лә бит, юҡ шул. Петя ағай мәктәп дирекцияһынан беҙҙең
тәртипте тикшереүҙе һораған. Ә беҙҙе, уны-быны уйламаған шуҡ малайҙарҙы, мәктәп линейкаһы алдына сығарып, арыу кәрәкте бирҙеләр.
Фотола: Беренсе рәттә ултыралар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (һулдан уңға) Ҡарамышев Баислам, Биктимеров Әхмәт, Хәлитов Әмир олатайҙар. Икенсе рәттә һулдан беренсе баҫып тора - хәтирәләрҙең авторы Фаяз Ғазалиев, Булат Сәсәнбаев, Юлай Йомағужин, Рәмил Ҡолбаев, Сәғир Нәбиуллин. Артҡы рәттә - Эрнест Әхмәтйәнов, Мирсәйет Ишҡолов, Юнир Абдуллин һәм Салауат Ҡарамышев.
Читайте нас: