Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 12:24

Әсәй булып уйнай торғас...

Бынан 20 йыл самаһы элек булды был хәл. Ауылға йәйге ялға ҡайтҡанмын. Бер көн күршеләрҙең алты-ете йәштәрҙәге ҡыҙының сыр-сыу килеп тиңдәш малай менән уйнағанына иғтибар итә ҡуйҙым.

Бынан 20 йыл самаһы элек булды был хәл. Ауылға йәйге ялға ҡайтҡанмын. Бер көн күршеләрҙең алты-ете йәштәрҙәге ҡыҙының сыр-сыу килеп тиңдәш малай менән уйнағанына иғтибар итә ҡуйҙым.

Бер мәл ҡыҙыҡай малайға:
– Әйҙә, атай-әсәй булып уйнайыҡ, – тимәһенме!

– Әйҙә, – тине дуҫы.

Былар йәһәт кенә өҫтәл кеүек нәмә ҡороп ҡуйҙы. Унан һөйләнә-һөйләнә табын әҙерләй башланылар. Бер аҙҙан “атай” менән “әсәй” матур ғына итеп өҫтәл янында ултыра ине. Табынға буш шешә ҡуйылған. Бына “атай кеше” уны асып, икеһенә лә “араҡы” ҡойҙо һәм стаканды “әсәй”гә һондо.

– Әйҙә!

– Әйҙә.

Улар стаканды сәкәштереп, ундағы “һыуҙы” эсеп ҡуйҙы. Унан “әсәй” йөҙөн сирып:

– Әсе булды, – тине. Өҫтәлдән нимәлер алып ҡапты. “Атай” еңе менән ауыҙын һөрттө. Бер аҙҙан ул стакандарға тағы ҡойоп:
– Ике аяҡҡа икәү итәйек, – тип “әсәй”гә һондо. Тағы сәкәштерҙеләр.

Артабан нимә булыр тип уйындың дауамын көтәм. Ике баланың да ата-әсәһен яҡшы беләм. Малайҙыҡы эскелек менән дуҫ булһа ла, атаһы ул тиклем түгел. Донъялары төҙөк, матур. Ә бына ҡыҙҙың атаһы ла, әсәһе лә күптән эсә. Шул сәбәпле ике балаһын ҡарамай башына еттеләр. Эскән кешелә донъя, балалар ҡайғыһы бармы ни! Иртән урам буйлап сығып китәләр ҙә бер аҙҙан иҫереп ҡайталар. Тәүҙә итен, башҡа әйберҙәрен һатып эсә инеләр. Тора-бирә бөтөнләй малдан яҙҙылар. Кәртә-ҡуралары ишелеп төштө.

Уйымды быларҙың йырлай башлауы бүлде. Бына “иҫереп” алған балалар ҡосаҡлашып моңланырға тотондо. Унан һуң кәйкәнләй-кәйкәнләй йөрөй башланылар. Ҡыҙ әсәһенән отҡан йырҙы һуҙып маташты:
“Тыуған яғым – гөлдәр иле,
Гөлдәр, былбылдар иле...”

...Унан һуң шаҡтай йылдар үтте. Шайтан һыуының бер ваҡытта ла яҡшыға алып барғаны юҡ. Эсеп йөрөй торғас, ҡыҙҙың ата-әсәһе лә, ағаһы ла мәрхүм булды. Ә үҙе күрше ауылға эскегә әүәҫ егеткә кейәүгә сыҡты. Әсәй булып уйнаған ҡыҙ үҙе әсәй булғас та араҡы менән шаярыуын ташламаны. Бер-бер артлы тапҡан өс балаһын да ҡарарға, тәрбиәләргә уйламаны. Урам буйлап сығып китә лә үҙе кеүек эскегә әүәҫ кешеләргә барып инә. Хатта аҙналар буйы өйөнә ҡайтып инмәй. Ҡатынды бер нисә тапҡыр дауаханаға һалып та ҡаранылар. Ҡайтып бер аҙ йөрөй ҙә йәнә шешәгә тотона, балаларын онота. Күрәһең, бала саҡтан әсәй ҡаны менән һеңгән насар ғәҙәтте анһат ҡына еңеп булмайҙыр. Бер аҙҙан уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, балаларын приютҡа тапшырҙылар. Юҡҡа ғына боронғолар “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос” тип әйтмәгәндер...
В. ҒӘФҮРОВ
Фото: интернет
Читайте нас: