Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу осор башлана. Йылды туйындырыр көндәрҙең ҡәҙерен белеп, ҡулланып ҡалырға кәрәк. Барыбыҙҙың уйҙары уртаҡ - әлеге мәлдә орлоғон да, баҡса эштәре өсөн башҡа кәрәк-ярағын да алып өлгөргө килә.
Ишембайҙың Губкин урамындағы “Баҡса” магазины ун биш йыл тирәһе уңышлы эшләп килә. Исеме үк барыһын да әйтеп тора тигәндәй, ер эшен яратҡандар уны яҡшы белә.
Магазиндың хужаһы, шәхси эшҡыуар Флүзә Абдрахманова әйтеүенсә, илдә үҙ аллы изоляция режимы иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, магазин эшен туҡтатмаған, сөнки бында йорт хайуандары өсөн аҙыҡ та һатыла. Шулай ҙа бында вирус инфекцияһын иҫкәртеү талаптарын үтәүгә тәүге көндәрҙән үк ҙур иғтибар биргәндәр.
- Орлоҡтар, үҫентеләрҙе һәр йыл ышаныслы, билдәле етештереүселәрҙән алабыҙ. Халыҡ әле күберәк һуған, ҡыяр, сәскә орлоҡтары, ашламалар һатып ала. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, кеше килеп тора. Минең әйтер теләгем шул: яҡташтар баҡсаларын ташламаһын ине. Үҙең тир түгеп, ҡарап үҫтергән емеш-еләккә ни етә! Егәрлерәк булайыҡ, ул саҡта әлегеләй һынауҙарға ла бирешмәйәсәкбеҙ, - ти Флүзә Фәрит ҡыҙы.
Республика Башлығы указы буйынса, халыҡты баҡсасылыҡ тауарҙары менән тәьмин итеүсе ойошмалар (шәхси эшҡыуарҙар) үҙ аллы изоляция осоро дауам иткән хәлдә лә был аҙна эшләй башлай ала. Был ойошмаларға баҡса инвентарҙары, орлоҡ, үҫенте, ашламалар һатыусы магазиндар, баҙар кибеттәре инә.