Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 12:19

КҮРШЕМ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАМ

Халыҡта “Йорт һайлама, күрше һайла” тигән мәҡәл бар. Күршебеҙгә асыҡ йөҙлө башҡорт ҡатыны йәшәргә килгәс, шатлығымдың сиге булманы.

Халыҡта “Йорт һайлама, күрше һайла” тигән мәҡәл бар. Күршебеҙгә асыҡ йөҙлө башҡорт ҡатыны йәшәргә килгәс, шатлығымдың сиге булманы.
Раҡыя апай Байғужа ауылы ҡыҙы булып сыҡты. Ире мәрхүм булғас, Ижевск ҡалаһынан Ишембайға күсенеп ҡайтҡан. Был ҡалаға Шәриповтар йәштән килеп төпләнә. Раҡыя апай - сауҙа өлкәһендә, ә тормош иптәше Борис ағай нефть сәнәғәте тармағында хеҙмәт итә. Ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Өлкән ҡыҙҙары Лариса – Курск ҡалаһында йәшәй, хисапсы булып эшләй. Кеселәре Гөлнара – Плеханов исемендәге академияны тамамлап, Мәскәүҙә йәшәй. Раҡыя Шәрипова эштән бушаған арала “Бәхет” вокал ансамбленә йырларға йөрөй, тыуған яғын һағынып шиғырҙар яҙа. Уның 2014 йылда “Моң тулы йәнем”, ә 2017 йылда “Уйландыра торған саҡ” исемле шиғырҙар йыйынтығы Ижевск ҡалаһында татар телендә донъя күрә. Байғужа егете Ринат Иҙелбаев, удмурт композиторы Фуат Кәримов уның күп кенә шиғырҙарына көйҙәр яҙған.
Раҡыя Шәрипованың шиғырҙарында тыуған яғының гүзәл тәбиғәте һәм яҡташтарының күңел матурлығы, ихлас мөхәббәт хистәре, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың ҡайтауазы тасуирлана. “Шиғырҙарымды ихлас күңелдән, йөрәк хистәремде ҡушып яҙам. Уларҙа минең йәшлегем дә, бәхетем дә, һағышым да, яҙмышым да сағыла. Олоғайған көнөмдә тыуған яғыма ҡайтып төпләнеүем менән бәхетлемен”, - ти ул. Раҡыя апайға Хоҙай Тәғәлә һәләтте йәлләмәй биргән, ул бик матур итеп йырлай ҙа. “Юрматы” ансамблендә ҙур теләк менән шөғөлләнә, Ишембай ҡалаһы һәм Байғужа ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы ла.
Донъяһы ла хас үҙе кеүек - нур сәсеп тора. Күршемдә генә шағирә йәшәүенә ғорурланам. Гәзит уҡыусыларға уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәм.
Читайте нас: