- Бөгөн күбәләк киләсәк! – тине Баязит, тыуған тупһаны атлап инеп, ҡарлы кейемдәрен элгәс тә.
Йөҙө яҡтырып, нурланып китте. Башҡалар ҙа, бер туған апайҙары, ҡатыны, балалары ла, бер оло серҙе белгәндәй, шым ғына баш ҡаҡты. Юҡ, “осоп киләсәк” тимәне ул. “Киләсәк” тине. Бер йыл элек вафат булған әсәйҙәренең йәне, әллә ниндәй йыраҡ араларҙы, ҡатлам-ҡатлам донъяларҙы үтеп, әллә нисә төрлө әүерелештәр аша бөгөн тыуған өйҙәренә ҡайтырға тейеш һымаҡ уға. Кешенең рухы осоп йөрөймө икән? Уны кем күргән? Юҡ, хатта күбәләккә әйләнһә лә, әсәләре күҙгә күренмәгән шаршау артында уларҙы көтәлер. Ул килер, эйе, килер!
- Әллә инде, бынауы сатлама ҡыш көнөндә ниндәй күбәләк осоп йөрөһөн, туғаным?
- Мин әйтте, тиерһегеҙ, киләсәк!
Берәү ҙә бәхәсләшмәне. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булды. Алла бирһә, бөгөн әсәйҙәренең йыллығын йола буйынса атҡарып, туған-тумасаны йыйып, Ҡөръән уҡытмаҡсылар. Хәҙер был бәләкәй генә ауылдағы тыуған йорттары ҡыш көндәрендә буш тора шул. Балалар, юғары белемдәр алып, ҡалаларҙа төпләнде, ата-әсә иһә ғүмерҙәренең һуңғы ҡыштарын икәү яңғыҙы үткәрҙе. Йәй булһа инде – күмәк ғаилә йыйылып китә, табын янына балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән бергә ун туғыҙ кеше ултыра ине. Эй, ғүмерҙәр тиҙ үтә шул!
Баяғы күбәләк тураһындағы һөйләшеүҙең сәбәбе лә бар. Атайҙары мәрхүм булғас, ҡырҡын, аҙаҡ йылын үткәреп аят уҡытҡанда, бөтә кешене аптыратып, Ҡөръән табынын уратып, бер илгәҙәк күбәләк осоп йөрөгәйне бит. “Иштимерҙең йәне килгән”, - тигәйне күпте күргән инәйҙәр.
- Һин әйт әле, теге ваҡыт атайымдың күбәләге һәр кешене айырып иҫәнләшкән һымаҡ булды бит! Өйҙөң оло яғын иңләп-буйлап осоп йөрөнө, ҡыуанып! – тип, Таңһылыу тағы һүҙҙе баяғы юҫыҡҡа төшөрҙө, мейестән эҫе бәлештәрҙе өҫтәлдә әҙерләп ҡуйылған ҡуна таҡталарына ҡуя-ҡуя.
- Атайҙың күбәләге ғәжәп булды инде ул, - тине өлкән апайҙары ла, емеш-еләк, кипкән йөҙөм, күрәгә, хөрмәләрҙе әсәйҙәренең иң яратҡан матур быяла һауыттарына һалып.
Мәрхүмәнең аҫыл фарфор сынаяҡ-сәйнүктәре лә шкаф кәштәһенән төшөрөлдө. Эйе шул, бер байрам булһын әле уларға ла! Ҡайҙан-ҡайҙа ҡайтҡан, әллә ҡасанғы гүзәл йыһаз бит ул. Заманында атаһы менән әсәһе Мәскәүгә барғанда алынған. Әсәһенең унда бер туған һеңлеһе баш ҡала университетында профессор ине, быларҙы еҙнә менән икәүһе ҡунаҡҡа саҡырып алып, бөтә тарихи урындарҙы күрһәтеп йөрөгән. Аҡсаның алмашынған сағы, тип иҫләй ине шул әсәйҙәре, йыһанға Гагарин осҡан йыл, затлы сынаяҡтар, өҫтәлгә, карауатҡа ебәк япмалар арзан ғына һымаҡ күренгән. Ғүмер эсендә бер тапҡыр матур әйберҙәр алайыҡ әле, тип ҡыуанып алғандар. Эй-й, ғүмерҙәр!.. Әле ҡасан ғына атайҙары һуғышта хәбәрһеҙ юғалып, әсәйҙәре ауыр эштән өҙлөгөп, үкһеҙ етем ҡалған саҡтары. Кеше түҙмәҫлек ауырлыҡтарҙы үтеп, һеңлең Мәскәү тиклем Мәскәүҙә профессор тиклем профессор булһын да, затлы сынаяҡ та алма, имеш. Алғандар, тыуған ауылына ҡайтып, өйҙәрен саф ебәктән генә лә кейендергәндәр Сафия менән Иштимер.
Матур йәшәнеләр. Иштимер колхозда, Сафия мәктәптә эшләне. Балалары килеп яҡшы уҡыны, кәм-хур итмәне. Өсәр, дүртәр оя ҡаҙ бәпкәләре үҫтергән саҡтары булды, йылға буйынан урам тултырып ҡайтырҙар ине ҡаңғылдашып. Бәрәс, быҙау араһында, йәйен уларға бесән әҙерләйем, тип, ғүмерҙәре үткән дә киткән шул инде.
- Әгәр ҙә теге ваҡыт, ысынлап та, атайҙың йәне күбәләккә ингән булһа, параллель донъя бар тигән һүҙ бит был, - тип ҡуйҙы Баязит та, сүкеш, ҡаҙаҡ алып, ҡырҡлап кешегә етерлек оҙон өҫтәл әтмәләргә тотонған арала.
Дөрөҫөрәге, уның туғандар йыйылған саҡтарға тип әҙерләп ҡуйылған өҫтәл өлөштәре бар, шуларҙы ҡушып ҡаҙаҡларға ғына кәрәк. Атай-әсәһенең кинйә малайы, донъяны етеш тота ул. Йәш сағында бик яратып комбайнда эшләне, икһеҙ-сикһеҙ күренгән баҫыуҙарҙы иңләп иген һуғыу күңеленә бөтмәҫ көс, дәрт бирә ине. Хәҙер ул баҫыуҙарҙы ҡый үләне баҫты, яландар хужаһыҙ ҡалды. Нефть, нефть, нефть – бөтә йәшәйеш, кешелек цивилизацияһы, әйтерһең, бары тик нефть һәм ул тыуҙырған аҡсаға ғына бәйләнгән. Баязиттың быға йөрәге әсенә, тыуған ауылының яйлап бөтөүен күреп, тағы эстән һыҙа, баяғы, һиҙҙермәй генә инде.
Атайҙың күбәләге... Эйе, ул саҡта зиһендәрҙе икенсе яғына әйләндерҙе бит ул! Ғүмер буйы, юғары көс тә, башҡа донъя ла юҡ, тип ныҡлы ышанып йөрө-йөрө лә. Мәктәптә лә, институтта ла бары тик матди яҡтан кәрәге тейерлек белемдәр алды. Ул ғынамы ни, бөтәһе лә шулай. Әллә нисә быуын аллаһыҙ-муллаһыҙ йәштәр үҫеп сыҡты бит инде. Хәҙер килеп, ҡапыл бер бәләкәс кенә йән эйәһе, бер бахыр ғына мәхлүк һинең булмышыңды үҙгәртә, ҡатҡан фәлсәфәүи тышлығыңа үҙенең йомшаҡ бәрхәт ҡанаттары менән ҡаға...
Нефтселәрҙең дөйөм бер һыҙаты бар. Аҙ һүҙле улар. Нимәнән шулайҙыр был, әйтеүе ҡыйын. Әммә йөрәктәре ҡайнар. Саҡрым-саҡрым торбалар аша Ер ҡуйынынан урғып килеп сыҡҡан ҡара май шикелле уларҙың хистәре. Ярай әле, килеп сыҡһа! Ҡара ҡан булып күңелендә ҡатмаһа.
Атаһының, һуғышты үткән фронтовик, абруйлы кешенең, мәрхүм булыуын Баязит бик ауыр кисерҙе шул. Һуңғы йылдарҙа бер йән булып ойошҡан һымаҡ инеләр. Атаһы, һис бер нотоҡ уҡымай, нимә эшләһә лә улына ярҙамға ашыҡты, эргәһендә булды. Ауырый башлағас та ҡарт төҫ ташламаны. Сырайына, ҡарашына мәғәнәүи тәрәнлек өҫтәлгәндәй булды. Яҡты донъя менән хушлашыуы ла уның - үҙе бер тарих.
...Иштимер үҙ хәлен аңлағайны инде. Ике йыл элек Өфөлә йәшәгән ҡыҙы, ай-вайына ҡуймай, баш ҡалаға алып китеп, дауаханала операция яһатҡандан һуң бер аҙ еңеллек тойоп ҡалғайны. Яйлап ҡына сир үҙенекен итте. Балаларының үҙенә уғата иғтибарлы, йомшаҡ мөнәсәбәтенән үк аңына: “Әллә?” - тигән борсоулы уй урынлашып алды шул. Табиптар татлы ризыҡтар, һөт-май ашамаҫҡа ҡушҡан икән. Ҡыҙҙары күрмәгәндә генә, әбейе менән икәүләп, яңы ғына сепараттан аҡҡан йылы ҡаймаҡты күпереп бешкән икмәккә яғып, улдары баҡсалағы умартаны ҡарағанда алып ингән, гәрәбә төҫөндәге балы ағып торған кәрәҙҙе кертләтеп сәй эсергә әүәҫләнеп киттеләр. Бер инәйҙең, үлһәк тә ашап үләйек, тип әйткәнен иҫләп көлөшәләр. Был донъяларҙан танһығым ҡанып китәйем, тигәне инде бахырҙың. Сафия ла иренең хәленә инә. Йәшәгән хәтлем инде йәшәмәбеҙ, Хоҙайға шөкөр, ниндәй ауырлыҡтар алдында ла бөгөлөп төшмәнек, һуғыш мәлендә ауылда күпме кеше аслыҡтан ҡырылды, барыбыҙ ҙа иҫән ҡалдыҡ, инде яҙғанынса булыр, тип, бер-береһен тынысландырҙылар.
Төш күрҙе. Урам ҡапҡаһынан ат арбаһында, елле генә бесән йөгө өҫтөндә, Иштимерҙең әсәһе ихатаға инеп килә икән. Иштимер әсәһенә йылмайып ҡаршы бара, ә теге оҙон ҡолға менән атты ҡыуа . Йөк нилектәндер аҙбар ҡыйығындағы бесән бушата торған ергә тура килмәй ҙә тура килмәй. Шул саҡ Сафия, йүгереп килеп, ат арбаһын арт яғынан ике ҡулы менән күтәреп, йөктө елтерәтеп күсереп тә ҡуя. Урам ҡоймаһы башынан, оҙон муйынын һуҙып, үткән аҙнала ғына яҡты донъя менән хушлашҡан Мөхәррәмдең әсәһе Миһри ҡарсыҡ ҡарап тора икән... Был хәлгә шаҡ ҡатҡан Иштимер ҡапыл уянып китте...
Йә, нишләйһең, ҡорҙаш, ти ул үҙенә. Һис аптырарға түгел. Бөтә кешегә килгән һине лә урап үтмәҫ. Һине әшкәрттеләр түгелме ул? Әле генә? Әҙерлән. Сафия йәл. Ана ниндәй ауыр йөктө уға күтәреп күсерергә тура киләсәк. Өҙлөкмәһә генә инде.
- Әбей, кил! Китәм!
Ай әттәгенәһе, әллә ишетмәй инде? Мал ҡарап, ҡош-ҡорт ашатып йөрөймө икән?
- Әбей! Китәм! – тип тағы ҡысҡырҙы Иштимер, ятҡан еренән тәҙрәгә үрелеп ҡарап.
+18 °С
Ясна