Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 01:24

Сәс ҡойолмаһын өсөн ни эшләргә?

Сәс ҡойолоуға килгәндә, бөгөн Ер шарында йәшәгән ир-аттың – 66, ҡатын-ҡыҙҙың 38 проценты интегә.

Сәс ҡойолоуға килгәндә, бөгөн Ер шарында йәшәгән ир-аттың – 66, ҡатын-ҡыҙҙың 38 проценты интегә.

Табип-трихологтар билдәләүенсә, көнөнә 100-105 сәс бөртөгө ҡойолоу норма һанала. "Сәс саманан тыш ҡойоламы-юҡмы икәнлеген теүәл асыҡлау өсөн кисекмәҫтән табипҡа барырға кәрәк. Сәбәптәрен өс төркөмгә бүлә улар. Беренсегә сәләмәтлек яғынан үҙгәрештәрҙе индерергә мөмкин. Сәс ҡойолоуға физиологик сәбәптәр ҙә этәргес була ала. Йәшәү рәүешенең дә (организмда А витаминының саманан тыш күп булыуы, Д витамины, аҡһым етмәү, аҙ хәрәкәтләнеү, сәстәрҙе даими рәүештә бөҙрәләтеү) йоғонтоһо ҙур.
Күптәр сәс ҡойолоуҙы йыл миҙгелдәренә бәйләп ҡарарға ярата. "Таяҡтың ауыр башы", ғәҙәттә, ҡышҡа төшә. Һалҡын көндәрҙә сәстәр көсһөҙләнә, ҡойола башлай тип уйларға күнеккәнбеҙ. Табиптар бындай фекерҙе уйҙырма ти. Тәжрибәле трихологтар һүҙҙәренә ҡарағанда, сәстәр йыш ҡына организмға витаминдар етмәгәнлектән ҡойола. Ҡыш аҙағы – яҙ башы иһә витаминдарға, айырыуса D витаминына ҡытлыҡ осоро. Шуға күрә был мәлдә күптәр сәс ҡойолоуға зарлана.
"Әммә был осраҡта бер иҫкәрмә бар. Сәс, баш тиреһе һәр саҡ таҙа булырға тейеш. Бөгөн халыҡ араһында айырыуса популяр булған ҡаты, ҡоро, парабенһыҙ, сульфатһыҙ шампундәрҙең уларҙы таҙартып бөтмәүе лә мөмкин. Һөҙөмтәлә баш тиреһенең бысрағыраҡ урындары боҙолоп, ҡауаҡлай башлай. Ахыр сиктә сәс тә ҡойола.
Тағы бер бәхәсле һорау ҡалҡып сыға. Сәсте йыш йыуырғамы? Тикшереүсе ғалимдарҙың бер төркөмө: "Был зыянлы", – тип киҫәтһә, икенселәре иһә сәте көн һайын йыуһаң да, ҡурҡыныс түгел, тип ышандыра. Табиптарҙың күпселеге икенсе төркөм фекерен ҡеүәтләй. "Сәсте аҙнаға фәлән тапҡыр ғына йыуырға ярай тигән сикләү юҡ. Күпме кәрәк, шул тиклем мөмкин. Көн һайын йыуынып торабыҙ бит. Шуның кеүек, әгәр баш тирегеҙ даими рәүештә таҙартыуҙы талап итһә, сәсте көн һайын йыуыуҙың да зыяны юҡ", – ти улар.
Сәстәр һәр саҡ ҡойолоп, яңырып торорға тейеш. Был – ғәҙәти күренеш. Әммә самаһы бар, көнөнә 100-105 сәс бөртөгө ҡойолоу норма һанала.
Сәстәрегеҙ һәр саҡ матур булып балҡып торһон өсөн иң элек дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Организм даими рәүештә аҡһым, май һәм углеводтар менән тәьмин ителергә тейеш. Сәстәрҙе йылымыс һыу менән йыуырға кәрәк. Температураһы - уртаса 37 градус.
Сәсте үҙегеҙҙең баш тиреһенә тура килгән шампунь менән генә йыуығыҙ. Ҡаты шампунь яратҡандарға уны 1/1 ҡатнашмаһында һыу менән болғатып һөртөргә кәңәш ителә. Махсус бәлзәм, сывороткалар ҡулланыу ҙа файҙалы.
Төрлө майҙар ҙа һәйбәт. Әммә уларҙы сәстең төбөнә тейҙермәйсә һөртөргә кәрәк. Майҙар баш тиреһенә эләкһә, күҙәнәктәр тығылып, дерматит башланырға мөмкин.
Сәс үҫһен өсөн уның остарын киҫеп торорға кәрәк тип уйлағандар яңылыша. Был фәҡәт уның тамырына ғына бәйле.

Фото: Dnepropetrovsk.bodo.ua
Самат Ғәлин
Читайте нас: