Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 12:49

Дарыуҙарҙы өйөгөҙгә килтерәсәктәр

Үҙаллы изоляция осоронда льготалы дарыуҙарҙы яҙҙырыу һәм барып алыуға бәйле һорауҙар тыуҙы. Шул сәбәпле, Ишембай үҙәк район дауаханаһы пациенттарға дарыуҙарҙы йорттарына алып барыу тәртибен булдырҙы.

Үҙаллы изоляция осоронда льготалы дарыуҙарҙы яҙҙырыу һәм барып алыуға бәйле һорауҙар тыуҙы. Шул сәбәпле, Ишембай үҙәк район дауаханаһы пациенттарға дарыуҙарҙы йорттарына алып барыу тәртибен булдырҙы.
Льготалы препараттарҙы яҙып биреүгә заявкалар ҡабул итеү графигы:
*көн һайын 9.00-14.00 сәғәттәрҙә (12.00-дән 13.00-гә тиклем тәнәфес)
1. 1-се поликлиникаға беркетелгән пациенттар 7-19-81 телефон һандары, 2-се поликлиникаға беркетелгәндәр 7-13-52 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә.
2. Шылтыратҡас, аныҡ итеп фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, адресығыҙҙы (йәшәгән урынығыҙҙы), дауалаусы табип тарафынан төп ауырыу буйынса даими ҡулланыу тәғәйенләнгән дарыуҙарҙың исемен, тейешле дозаһын, нисә тапҡыр ҡулланырға кәрәклеген, бер айға күпме кәрәклеген әйтергә.
3. Әгәр тейешле препарат 65-се үҙәк район дарыуханаһында булһа, дистанцион рәүештә 2-3 айға рецепт яҙып бирелә. Наркотик, ныҡ тәьҫир итеүсе һәм психотроп препараттарға был тәртип ҡағылмай! Ундай препараттарға рецепт яҙыр өсөн дауалаусы табиптың консультацияһы кәрәк.
4. Заявкаларҙы ҡабул итеп бөткәс, табиптың һәм медицина ойошмаһының мисәте менән раҫланған дистанцион тултырылған рецептар (уларҙа килтереп биреү адрестары ла күрһәтелә) смена аҙағында аптекаға курьер тарафынан тапшырыла.
5. Дарыухана хеҙмәткәрҙәре икенсе көнгә иртән тейешле препараттарҙы таратыу өсөн әҙерләй. Һуңынан дарыуҙар (фамилиялары, адрестары яҙылған) волонтерҙарға тапшырыла.
6. Волонтерҙар дарыу препараттарын пациенттарға 20.00 сәғәткә тиклем алып бара.
7. Заякаларҙың күп булыуы сәбәпле дарыуҙарҙы килтереү ваҡыты ике көнгә тиклем ҡаралған.
Үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһы мөдире Илдар Ғәниев аңлатып үтеүенсә, ауыл халҡына рецептар яҙыу урындағы фельдшер-акушер пункттары аша башҡарыла. Әлбиттә, һәр ерҙә дарыуҙарҙы ҡаланан алып ҡайтып биреп тороусы ирекмәндәр табыуы ҡатмарлы, шуға күрә ауыл халҡына бер-береңдең йомошон үтәшеү, бигерәк тә ололарға ярҙам итеү хаҡында онотмаҫҡа кәрәк. Ҡалаға сыҡҡан ауылдаштар рецепт буйынса льготалы дарыу ғына алып ҡайтып биреүҙе ҙур мәшәҡәт итеп күрмәҫ, тип ышанғы килә.
Ҡалала ололарҙан шылтыратыу-заявкалар эш көндәрендә 8 (34794)- 4-27-50 һәм 8-917-383-71-52 телефон һандары буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас: