Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 20:25

Техника яҙғы сәсеүгә әҙер

Районда сәсеү эштәре башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу техника торошона туранан-тура бәйле. Уның төҙөклөгөн хәстәрләү буйынса хужалыҡтар алдан уҡ сара күрҙе.

Районда сәсеү эштәре башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу техника торошона туранан-тура бәйле. Уның төҙөклөгөн хәстәрләү буйынса хужалыҡтар алдан уҡ сара күрҙе.
Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге баш инженеры Илсур Ғәлиуллин әйтеүенсә, район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәрендә 52 сәсеү агрегаты ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән 10 сәсеү комплексы һәм көнбағыш, кукуруз сәсеүгә тәғәйенләнгән 21 сәскес. Улар тулыһынса эш башлауға әҙер. Район хужалыҡтарында 177 трактор булһа, шуның 95 проценты йәғни 169-ы төҙөк. Яҙғы баҫыу эштәренә 101 трактор йәлеп ителәсәк.
Дәүләт техник надзорҙың Ишембай муниципаль районы һәм ҡалаһы буйынса инспекцияһы тарафынан яҙғы эштәрҙә ҡатнашыусы техниканың торошо ла тикшерелгән. Уның барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ваҡыт бирелгән, техника һәм тағылмалар ҡабаттан тикшереү үтәсәк. Яғыулыҡ-майлау материалдарын хәстәрләү ҙә мөһим мәсьәлә. Йыл башынан хужалыҡтар ошо йүнәлештә эш алып барған. Бөгөнгө көнгә 111 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары алынған. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк.
Хужалыҡтар яңы техника ҡайтарырға ла тырыша. Быйыл райондың бер нисә агросәнәғәт комплексы предприятиелары иген йыйыу комбайндары, сәскес һәм башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары алыуға өлгәшкән.
Ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн айырыуса яуаплы осор етте. Хеҙмәт менән сыныҡҡан баҫыу уңғандары әлеге ҡатмарлы мәлдә лә һынатмаҫ, бер нимәгә ҡарамай сәсеү эштәрен уңышлы башҡарып сығырына ныҡлы ышаныс бар.
Читайте нас: