Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2020, 16:23

Теш һыҙлай, нишләргә???

Теш араларын, ауыҙ эсен ризыҡ ҡалдыҡтарынан саҡ ҡына таҙартығыҙ.

* Теш араларын, ауыҙ эсен ризыҡ ҡалдыҡтарынан саҡ ҡына таҙартығыҙ.

* Теште содалы йылы һыу менән сайҡағыҙ (1 стакан һыуға 1 сәй ҡалағы сода).

* Ауыртҡан теш өҫтөндә бер йотом араҡы тоторға кәрәк. Урттар алкоголде һеңдерәсәк һәм ауыртыу бер аҙға тынасаҡ.

* Боҙ киҫәге һурырға. Боҙҙо ауырыу тешкә һәм уға яҡын яңаҡҡа көнөнә 3-4 тапҡыр 15-шәр минут терәп торорға мөмкин.

* Ҡулға массаж эшләргә. Был ауыртыуҙы яртылаш кәметәсәк. Баш бармаҡ менән имән бармаҡ киҫешкән урынды 5-7 минут боҙ менән аҡрын ғына ышҡығыҙ.

* Ауыртҡан яҡ менән сәйнәмәгеҙ.

* Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсегеҙ. Аспирин эсмәгеҙ. Тик врачҡа барыу алдынан 3 сәғәт дарыу эсмәҫкә кәрәк. Юкһа, уға диагноз ҡуйыу ауыр буласаҡ.

* Йылытыу, йылы компрестар кәрәкмәй.

* Врач менән кәңәшләшмәйенсә, антибиотиктар эсеү тыйыла.
Фото: интернет
Читайте нас: