Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2020, 01:03

"Мөхәббәт ҡорбандары"

Фирҡәт менән Наҙгөлдөң төн уртаһында ауылдан сығып ҡасыуын төрлөсә баһаланылар.

Фирҡәт менән Наҙгөлдөң төн уртаһында ауылдан сығып ҡасыуын төрлөсә баһаланылар.
“Йәшерен-батырын күпме йөрөргә мөмкин, ситтә иркен бит, рәхәтләнһендәр” тип берәүҙәр әсе телләнһә, “яратмайынса йәшәгәнсе, үлемең мең артыҡ, ҡауышып дөрөҫ эшләнеләр” тип икенселәр ҡасҡындарҙы хупланы. Икеһе лә ғаиләле, берешәр балалары буй еткерә. Нимә етмәне икән? Ауылдаштары ҡасҡындарға “мөхәббәт ҡорбандары” тигән исем таҡты.
...Бер йыл Фирҡәт ағайҙы район үҙәгенән ауылыбыҙға хәтлем ултыртып алып ҡайттым. Пенсия йәшендә булһа ла, әллә ни таушалмаған. Кәйефе көр күренә. Наҙгөлөн йыш телгә алды, ҡыҫҡаһы, яҙмышынан ҡәнәғәт. Һөйләшә торғас, һүҙҙең ебе барыбер ҙә теге ваҡытта бөтә ауылды тетрәткән сәйер ваҡиғаға барып терәлде.
"Күҙ алдына килтерәһеңме, баш һуҡҡан яҡҡа сығып киткәндән алып тыуған ауылыбыҙға теүәл егерме йыл ҡайтманыҡ, – тине ул. – Икебеҙҙең дә ҡулында берешәр генә сумка ине, һөйгәнемдең ҡыҙын әсәһе аҙаҡтан килтерҙе, ә минең улым ҡатынымда ҡалды. Ситтә тормошто өр-яңынан ҡорҙоҡ. Тырышлыҡ бар кәртәләрҙе еңергә булышлыҡ иткәндер. Юҡ, иң мөһиме, бер-беребеҙгә ҡайнар мөхәббәт булғандыр, шул киләсәккә өмөттө һүндермәне. Һис тә үкенмәйем, уртаҡ ике балабыҙ тыуҙы".
Наҙгөл Фирҡәттең беренсе мөхәббәте булған, ҡыҙ ҙа уны ныҡ яратҡан, ләкин йәштәр ваҡытында бер-береһе менән ҡауыша алмаған. Егет әрме хеҙмәтен үтәгән саҡта Наҙгөлдө ата-әсәһе көсләп тигәндәй таныштарының улына кейәүгә биргән. Армиянан ҡайтҡан Фирҡәт ни эшләһен? Ауырға ҡалған класташын кәләш итеп алып, тыныслыҡ табырмын тип уйлаған, тик...
Бер-береһенә хис-тойғоноң ошо йәштә лә һүрелмәүенә шатландым, бәхетле ғүмер итеүҙәре һоҡландырҙы. Ә һеҙ Наҙгөл менән Фирҡәттең был аҙымына ҡарата ни әйтер инегеҙ?
Фото: funzz.ru
Илдар Акьюлов
Читайте нас: