Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2020, 18:17

ҺӨЙӨНӨП АШАРҒА ЯҘҺЫН!

Өйҙә ултырыу әлеге мәлдә сирҙән һаҡланыу сараһы ғына түгел, быға тиклем ваҡытың етмәгән ҡыҙыҡһыныуҙарыңды тормошҡа ашырыу мөмкинселеге лә.

Өйҙә ултырыу әлеге мәлдә сирҙән һаҡланыу сараһы ғына түгел, быға тиклем ваҡытың етмәгән ҡыҙыҡһыныуҙарыңды тормошҡа ашырыу мөмкинселеге лә.
Берәүҙәр ныҡлап ҡул эштәренә тотона, икенселәр күптән ваҡыт еткерә алмаған китаптар уҡый, өсөнсөләр иһә яҡындарына үҙенсәлекле аш-һыу әҙерләп күңелен баҫа.
Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүсе замандашыбыҙ Раушания Вәлиева әлеге мәлдә өйҙә ултырыуҙың файҙалы яҡтарын таба белгән – баҡсасылыҡ буйынса интернеттан мәғлүмәттәр уҡый, йәшелсә-емеш үҫтереү буйынса яңы алымдар өйрәнә.
Ҡалала йәшәһә лә үҙҙәре өсөн етерлек итеп тәҙрә төбөндә борос, помидор үҫентеләре үҫтерә. Мәле етеү менән улар ауылда баҡсаларында урын аласаҡ.
- Тормош иптәшем Көҙән ауылынан. Атай нигеҙен һыуытмайбыҙ. Бигерәк тә йәйен бөтә буш ваҡыт шунда үтә. Емеш ағастары ла етерлек, сәскәләр үҫтерергә лә яратам, гөл-сәскәле йортҡа ҡайтып инеүе күңелле. Ҡалала йәшәгәс, йәшелсә түтәлдәренә көн һайын һыу һибеп тороу мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа ололарҙың кәңәше буйынса хәл итеү юлын таптыҡ. Ҡалала йәшәп, аҙнаһына бер генә ауылға ҡайтып, баҡса үҫтереүселәргә лә бәлки ярҙамы тейер. 1,5 һәм 2 литрлы пластик шешәләрҙе бер нисә урындан нәҙек кенә итеп тишеп, һыу тултырам. Ҡыяр сәселгән уртаса ҙурлыҡтағы түтәлгә бер-ике урында һыу тултырылған шешәне күмеп ҡуям. Быны үҫентенең тамырҙарына зыян килтермәй генә эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта ер яйлап ҡына һыуҙы һурасаҡ. Ҡыярҙарҙы йыйып китһәм дә, бер аҙнанан ҡайтып төшөүгә яңы уңыш өлгөрөп тора, - тип файҙалы кәңәштәре менән бүлеште Раушания.
Ә әлегә өйҙән сыҡмай ғына тәҙрә төбөндәге үҫентеләрҙе матурлап тәрбиәләргә ҡала. “Киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Быйыл да матур итеп баҡса үҫтереп, мул уңыш алып, ғаиләбеҙ менән бергәләп һөйөнөп ашарға булһын”, - тигән теләктә ул.
Фото: Раушания Вәлиева архивынан.
Читайте нас: