Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2020, 12:05

АТАЙ РУХЫ (хикәйә)

Сәғит йөрәген өшөткән төштән тертләп уянды. Ниңә ундай төш керҙе икән?.. Имеш, автобуста ҡайҙалыр китеп баралар. Атаһы Тәлғәт ап-аҡ ҡына эске кейемдә. Автобус туҡтағас, Сәғит төштө лә ниңәлер яҡында ағып ятҡан йылғаға табан йүгерҙе. Атаһы иһә һөрән һала: «Сәғит тим, Сәғит! Ташҡынға төшмә!!!» Боролоп ҡараһа, үҙе ауға эләгеп, ысҡына алмай сәбәләнә...

Сәғит йөрәген өшөткән төштән тертләп уянды. Ниңә ундай төш керҙе икән?.. Имеш, автобуста ҡайҙалыр китеп баралар. Атаһы Тәлғәт ап-аҡ ҡына эске кейемдә. Автобус туҡтағас, Сәғит төштө лә ниңәлер яҡында ағып ятҡан йылғаға табан йүгерҙе. Атаһы иһә һөрән һала: «Сәғит тим, Сәғит! Ташҡынға төшмә!!!» Боролоп ҡараһа, үҙе ауға эләгеп, ысҡына алмай сәбәләнә...
Әхирәткә күскәндән һуң атаһы бер ҙә Сәғиттең төшөнә кергәне юҡ ине. Минән ризалыр, тип уйланы Сәғит. Риза булғандыр. Ғүмеренең һуңғы йылдарында сырхау ҡағылғас, дауаханала эргәһендә ятып уны тәрбиәләне. Йәшәргә ҡалаға күскәс, үҙ янына алды. Ҡала мөхитен бик үҙһенмәне атаһы, эсе бошто, ауылын юҡһынды. Ҡайһы көндәрҙә урамға сығып, ҡарт-ҡоро менән һөйләшеп ултырғыланы-ултырыуын. Мәгәр был ғына уның йәнтөйәгенә ереккән күңелен хушһындырманы.
Сәғит райондар буйлап йөрөп ҡайта ла баш баҫып яҙырға ултыра. Атаһы толҡа таба алмай бүлмәнән бүлмәгә шым ғына йөрөй, моңһоуланып, эстән генә яратҡан көйөн көйләй, шунан өндәшмәй генә улына бағып тора. Ҡамасауламайым, тиҙер инде. Шулай ҙа бер көн әйтте:
— Улым, был эшеңдән кит һин. Һис тынғы юҡ бит. Ныҡ уйланаһың, — мейең һыйығайыр. Гел баш эше яҡшы түгел ул, ял да итмәйһең бит.
— Атай, һин ғүмерең буйы аттан, умартанан айырыла алманың. Ә мин яҙмайынса түҙә алмайым, — тип, көлөмһөрәне лә ҡуйҙы улы.
Атаһын көндән-көн бошонҡолоҡ нығыраҡ баҫҡас, Сәғит ауылдан оло бабаһын саҡыртты. Саҡырыуҙы ғына көткәндәй, Таһир ҡарт килеп тә етте. Атаһы быға бик ҡыуанды, йөҙө көләсләнеп, йәшәреп китте. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ҡәрҙәштәре тураһындағы хәбәрҙәр, йылы иҫтәлектәр Тәлғәт ҡарттың кәйефен күтәрҙе, яңғыҙы үткәргән болоҡһоу көндәре сыуаҡланып киткәндәй тойолдо. Донъяның әсеһен-сөсөһөн бергә татыған, бергә ғүмер кисергән кешеләр бер-береһенә им икән.
Айҙан ашыу торғас, оло бабай ҡайтып китте. Бер аҙҙан атаһы тағы яманһыуланы. Яҙ һулышы күңелен ҡуҙғытты, буғай.
— Улым, мине ауылға алып ҡайт инде, — тип өндәште Тәлғәт ҡарт. Тауышы үтенесле лә, һағышлы ла ине. Мәгәр улы эшенән бушаманы, иртәнән ҡара кискә тиклем ер-һыу гиҙҙе, игенселәр, малсылар менән осрашты, сәсеү, йәйләүҙәргә сығыу, һөт һауыу тураһында көн һайын тиерлек гәзиткә мәғлүмәттәр ебәрҙе. Тәлғәт ҡарт шым ғына тағы ла үтенде:
— Ерһәнем, зарыҡтым, балам. Оҙаҡҡа һуҙма... — Ғүмере бөтөп килгәнен күңеле тойғандыр, тыуған еренә тартҡандыр, күрәһең.
— Алдағы шәмбелә алып ҡайтырмын. Аҙ ғына түҙ инде... — Улы атаһының үтенесен тағы кисектерҙе.
Йома көнө Тәлғәт ҡартты фалиж һуҡты. Табип саҡырып, укол ҡаҙатһалар ҙа име теймәне, ауырыу аяҡҡа баҫманы. Сәғит уны бәҙрәфкә лә күтәреп йөрөттө. Төнгө өстәрҙә серем итергә ятып торғайны, «дөп» иткән тауышҡа уянып китһә, атаһы карауаттан йығылып төшкән. Сәғит үҙе-үҙен битәрләне: йоҡоға талып, хәстә булып ятҡан оло кешене осорҙом, эх, мин, игелекһеҙ...
Хәле тағы ла насарайғас, Сәғит атаһын дауаханаға һалды, туғандарына телеграмма һуҡты. Улар килеп еткәндә, Тәлғәт ҡарт телдән яҙғайны. Күп тә үтмәй үпкәһенә һыу китеп, ул тере мәйет рәүешендә ҡалды, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән генә йәне тәнен ташламай торҙо. Тәлғәт ҡартты иң ныҡ борсолдорған, уттан алып һыуға һалған төпсөк малай Хисмәт килеп етмәгәйне. Уны көтөп, атаһының күбәләктәй йәне күккә ашырға ашыҡманы шикелле. Күк ризалығын бирмәйенсә, ер ҙә әҙәмде гүренә ҡабул итмәй, тиҙәр бит.
...Хисмәтте көтә-көтә көтөк булдылар. Ул ҡалаға төн уртаһында ғына килеп етте. Сәғит «Атай, бына Хисмәтең дә яныңда», — тигәстен, атаһы бер нисә минуттан үлеп тә китте.
— Хисмәтте генә көтөп ятҡан икән шул, — тинеләр. Сәғит автобус менән атаһын өс йөҙ саҡырым алыҫтағы ауылына алып ҡайтып, йола буйынса ҡәҙерләп ерләне. Өсөн, етеһен уҡытып, һуңынан ҡырығына ҡайтып, йән-рухы менән бәхилләште. Тик бер әрнеткес уй ғына уға тынғылыҡ бирмәне: ул атаһының һуңғы үтенесен үтәмәне: атаһы тыуған тупрағында йән бирмәне. Был үҙ-үҙен ғәфү итмәҫлек үкенесе булып ҡалды.
Тыуған яғына юл төшкәндә Сәғит зыярат ҡылып, ата-инәһенә ихлас өндәшә: «Мин килдем. Балаларығыҙҙан риза булып, имен генә йоҡлайһығыҙмы, рухығыҙ тынысмы? Беҙ һәйбәт кенә йәшәп ятабыҙ». Шунан уларҙың мәңгелек йортон ҡоро-һарынан таҙарта. Мәгәр ауылда ололарҙы йыйып, әлхәм бағышлатманы, ҡала мәсетендә генә ете быуын әруахтар рухына доға уҡытып, хәйер таратты. Үлгәндәрҙең ҡәберен белгәндәрҙең, әруахтарҙың ризалығын алғандарҙың ҡөҙрәте арта, тормошо тыныс. Ләкин бер-бер хәл булмаһа, әруахтар төшкә кермәй, төштәр болармай...
Төшөн юрап, Сәғит төрлөһөн уйланы. Республика гәзитендә борос асыһын таттырған мәҡәләләре был арала йыш сыға. Күптәргә тәнҡит оҡшамай, теш ҡайраусылар ҙа юҡ түгел. «Һеҙ тереме ни әле. Бик уҫал яҙаһығыҙ», — тиеүселәр ҙә бар. Әлеге төш ниндәйҙер хәүеф янауға ишаралыр, бәлки.
Атаһының: «Сәғит тим, Сәғит! Ташҡынға төшмә!» — тип һөрәнләүе яһилдарҙан һаҡланыуға иҫкәртеүҙер. Халыҡта «Ғәҙеллек илсеһе» булып танылған журналисҡа яуыздарҙың аҫтыртын уҫаллығынан шөрләү төҫ түгел. Ғәмәлдә Сәғит яһил әҙәмдәрҙән ҡурҡманы ла, янтайманы ла. Үҙҙәре ҡурҡһындар. Уның намыҫы таҙа, намыҫына саҡ ҡына ла кер төшөргәне юҡ. Тик бына былтыр ҡайта алманы, зыярат ҡылманы. Ата-инәһенең, әхирәт иленең хәл-торошон белмәүе төшөндә төҫмөрләнеүе ихтимал. Нисек кенә булмаһын, йән биргән еренә барып килеү хәйерле.
...Ана ул тәпәй баҫҡан ер, бала саҡ иле — ереклек араһынан сөрләгән Йәмйылға, Балаһар буйҙары, ҡоралайҙар, мышылар төйәк иткән Шыбаҡ, Ялтыр, Йүкәлешар, еңгәләр һыу алған гөптөрҙәк... Һағындырған. Онотолоп шар һуғыу, гөрҙәмеш, жыжыҡ уйнау, һыртта ҡотороп үҫкән киндер аш, аттарҙың ҡыңғырау сыңы, үҙәктәрҙе өҙгән һандуғас моңо — барыһы ла хәтеренә төштө Сәғиттең. Ошо хозур ерҙә ҡанбабалары Арыҫлан Таймасов, Сәғит Бикйәновтар ауылдар ҡорған, ҡот-ырыҫ тапҡан. Ҡартталарының нәҫелен дауам итеп, Сәғиттең ата-инәһе лә ете бала баҡты. Арыш әпәйе, бәрәңге ашап, умас өйрәһе эсеп, эшкә әрһеҙ булып үҫтеләр. Ул саҡта күмәк хужалыҡ йөгөн бала-саға ла тартышты. Тиҫтерҙәре менән бергә Сәғит тә баҫыу таҙартты, күбә тарттырҙы, силосҡа ат менән үлән ташыны...
Бер көн шулай утыҙ градус эҫелә сөгөлдөр утанылар. Ҡояш көйҙөрөп алып бара. Сәғит нишләптер башына кеймәгән. Төштән һуң, хәле бөтөп сирәмгә йығылды. Күпме ятҡандыр. Кемдәрҙер тартҡыслап торғоҙғас, көс-хәл менән көскә ҡайтып етте.
— Тәне ут яна баланың, эҫе ҡапҡан. — Инәһенең шулай тигәнен генә ишетте, шунан һушынан яҙған. «Сәғит...Сәғит... » — тигәнгә күҙҙәрен асһа, атаһы, уҡытыусыһы Йомаҙил ағай тора.
— Әтәй, әтәй, бик ауыр нәмә өҫтөмә баҫа, тәнемде ҡыҫа. Әтәй...
— Тағы иҫен юғалтты. — Сәғитен йәлләп, инәһенең субырлап йәше аға.
— Врач саҡыртығыҙ, — тине уҡытыусыһы.
Ауылда медпункт та юҡ ине. Атаһы ат менән Вязовка ҡасабаһына сапты. Табип урынында ине.
— Малайым үлеп бара. Зинһар, ярҙам ит, — тип үтенде Тәлғәт ағай.
Табип инәлтмәне, йәһәт кенә «Иж» мотоциклын ҡабыҙҙы. Тәлғәт ағай атын юлға әйҙәне лә «Ҡайтыр әле», — тип, үҙе лә «Иж»ға ултырҙы. Сәғитте ҡарағас, табип:
— Температураһы ҡырҡ бер градустан ашып бара, пенициллин кәрәк, хәҙер үк, ошо минутта уҡ кәрәк, — тине.
— Морондоҡ инәйемдәрҙә барҙыр, моғайын. Ҡыҙы ҡалала табип. Ниндәй дарыу кәрәк, шул ҡулында, тиҙәр. — Ҡатыны өмөт сатҡыһын сатнатҡас, Тәлғәт ағай урамға атылды.
— Апай, Сәғитем иҫ белмәй әжәл усында ята. Хәҙер һүнә, хәҙер бөтә. Пенициллин бир, пенициллин! Бала хаҡына... — Күҙҙәренән ҡайнар йәш эркелгән ир мөлдөрәп ҡараны.
— Уны бик дефицит ти бит әле ҡыҙым. Ынйы бөртөктәреләй генә һаҡлап тота инем.
— Ризалармын, апай. Сәғитем иҫән ҡалһа, минән — бер һарыҡ.
"Ынйы" бөртөктәрен йотҡас, Сәғит манма тиргә батты, температураһы төштө, аяҡҡа баҫты. Атаһы алтын һаҙаҡ булып, улын бына шулай әжәлдән ҡурсалап алып ҡалды. Һуңыраҡ йәнә бер үлемдән араланы ул Сәғитен.
Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, Сәғит Мәсәғүт ҡасабаһындағы училищеға уҡырға инде. Ситкә сығып өйрәнмәгәс, тәүге мәлдә ауылын, ата-инәһен, туғандарын бик юҡһынды. Ямғыр тимәй, ҡар тимәй, аҙна һайын ҡайтты. Уларҙың ҡотон алып, күҙ асҡыһыҙ буранда төн уртаһында ҡайтып ингән саҡтары ла булғыланы. Китеүе йәнә бер михнәт. Оло юлға йәйәү тәпәйләй, йә ат менән атаһы сығарып ҡуя. Сулеянан тулы килгән автобустар ултыртмай үтә лә китә. Ары-бире үткән машиналарға сәғәттәр буйы ҡул күтәреп торалар, ҡышҡы һыуыҡта кузовта өшөп-туңып баралар.
Ятаҡта бер бүлмәлә өс малай тора. Барыһына бер электр плиткаһы. Иртәнсәк сәйнүк ҡайнап сығыр-сыҡмаҫтан ярты стакан эҫе һыу, бер телем икмәк менән тамаҡ ялғап дәрескә китәләр. Ҡышын ятаҡта ныҡ һыуыҡ, куфайкаларын кейеп йоҡлайҙар. Шуға ла икенсе йылда Сәғит Әй урамындағы йортҡа фатирға сыҡты. Училищенан Йонос ағай ҙа шунда йәшәй.
Әйҙә боҙ киткән саҡта Йонос ағай «сак» тигән йәтмә менән балыҡ тоторға сыҡты. Сәғитте, күршеләге ике ҡыҙҙы ла эйәртте. Балыҡ менән мауығып йөрөгән арала яҙғы алҡын һыу уларҙы урап үткән. Шәйләгәндә кисеп сығырлыҡ түгел ине. Йонос ағай ғына йәтмәһенең оҙон һабына таянып, муйынынан һыуға батып сығып өлгөрҙө. Сәғит ҡыҙҙар менән ташҡын уртаһында ҡалды. Боҙ эркелеп аға, һыу артҡандан-арта, улар баҫып торған ер тарайғандан-тарая. Сәғиттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Әүәл эҫе ҡаптырып йәнен ала алмаған әжәл әле уны боҙло һыу менән ҡатырмаҡсы. Ана, ул аяуһыҙ ташҡын булып ажарланып, ажғырып, яҡынайғандан-яҡыная. Шул саҡ ярҙан: «Сәғит! Сәғит!..— тигән тауыш яңғыраны. — Хәҙер ҡотҡарам. Хәҙер... » Асырғанып ҡысҡырған кеше атаһы ла баһа... Яр буйында йәшәгән ҡарт балыҡсы бәләгә тарыусыларҙы кәмәһенә ултыртып кирегә йөҙгәндә, әле генә улар торған урында боҙҙар айҡаша ине. Ғәжәп... Атаһы улының бәләгә ҡаласағын нисек белде икән?
Һуңынан һөйләүҙәренсә, таң һарыһынан уянған Тәлғәт ағай өйҙәгеләргә: «Күңелемдә һис тә тыныслыҡ юҡ, йөрәгем өҙөлөп бара, Сәғитемә хәүеф янай ахыры», — ти ҙә шундуҡ юлға сыға. Ҡан тартыуымы, йәндәр хәбәрләшеүеме, фәрештәләрҙең иҫкәртеүеме — ниндәйҙер ғиллә менән атай кеше шом тоя. Етмеш саҡырымды үткәнсе мең уй кисерә. Мәсәғүткә, Сәғиттең фатирына тыны бөтөп килеп ингәс, хәлде белә лә, өйҙән өйгә йүгереп, кәмә эҙләй. Кеҫәһендәге барлыҡ аҡсаһын сығарып һалып, балыҡсыны балаһын ҡотҡарырға күндерә.
Әгәр атаһы килеп өлгөрмәһә, Сәғит уның бәғерен телгеләп торған ғүмерлек ғазабына әйләнер ине. Улын йота яҙған ташҡын ул ваҡытта ғазраил кеүек күренгәндер. Шуға ла ата рухы хатта хәҙер ҙә, төшкә кереп булһа ла, улын һыу яманынан, йәиһә ташҡын һымаҡ донъяңды ла, үҙеңде лә юҡ итер яман әҙәмдәр золомонан ҡурсалайҙыр...
Хәтирәләргә күмелеп, Сәғит аръяҡҡа, Ялтыр һыртындағы зыяратҡа күтәрелде. Ул — урман арҡаһында. Урман әйләнәһендә — сауҡалыҡ, ғәжәп оҙон, зифа ҡайындар, урта тирәһендә — сауыллыҡ, йөҙйәшәр ағастар. Ҡарттатайҙарым — сауылдыр, уларҙың уландары — сауҡалыр, тип сағыштырҙы хис-тойғоға сорналған Сәғит. Йәш сауҡалар үҫә, юғары күтәрелә, ҡарт сауылдар сереп ергә ауа... Ваҡыты еткәс, кешеләр ҙә ауа...
Атаһы ҡуйылған урынға еткәс, ул ғәжәпкә ҡалды: йәшәре бөткән ҡарт ҡайын йығылған да йыуан ботаҡтары менән ҡәбер ҡорғанын баҫҡан. «Теге төш, атаһының ауға эләгеп сәбәләнеүе, ошо хәлгә булды микән әллә?..»
Ауылдан бысҡы, балта килтереп, Сәғит атаһының әхирәткә ингән ерен ау-йәтмә һымаҡ ботаҡ-сатаҡтан таҙартты, үҙен атаһын ҡазанан ҡотҡарғандай хис итте, күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ еңеллек һиҙҙе. Тәлғәт ҡарттың рухы ҡыуанды, баҡыйлыҡта килеш тә улының хәлен еңеләйтте, күрәһең...
Фото: автор.
Читайте нас: