Кемдер ырым-юрауҙарға ышана, икенселәр уларҙы бар тип тә белмәй. Белгестәр, әлбиттә, уларға иғтибар итмәҫкә кәңәш бирә. Тик һәр кемдең күңелендә шик йәшәй бит әле...
Никах балдаҡтарына бәйле ырымдар айырыуса күп. Уларҙа беҙ ниндәйҙер тәрән мәғәнә күрәбеҙ бит. Иғтибарығыҙға уны сисеүгә бәйле бер нисә ырымға күҙ һалайыҡ.
Никах балдаҡтары ябай биҙәүес түгел. Ул яңы ғына өйләнешкән йәштәр өсөн ҙур көскә эйә. Шуға күрә, ғаилә тормошонда ауырлыҡтар булмаһын өсөн, уларҙы сисмәҫкә кәңәш ителә.
Кире осраҡта, ғаиләлә сирҙәр, талаштар башлана тиелә бер ышаныуҙа. Икенсеһе буйынса, бының мөхәббәттең юғалыуына, хатта айырылышыуға килтереүе ихтимал. Йәштәр өйләнешкәс, балдаҡтарын кеймәҫкә хәл итә икән, улар араһында талашыуҙар, низағтар арта, тиҙәр.
Әйткәндәй, балдаҡты сисеп, башҡаға кейеп ҡарау өсөн бирергә лә ярамай икән. Имеш, сит кеше һеҙҙең бәхетте үҙенә ала. Был ғына түгел, уның айырылышыу сәбәбе булыуы ла ихтимал.
Тағы бер ырым буйынса, балдаҡты сисеүҙең тол ҡалыуға килтереүе мөмкин. Ир менән ҡатын яман көстәр алдында көсһөҙләнә икән. Уларҙың ғаиләһенә бәхетһеҙлек, күҙ тейеү, насарлыҡ килеүе бар.
Бынан тыш, балдаҡты сисһәң, йәш ғаиләгә финанс проблемалары ла килә, тиҙәр.
Күренеүенсә, “ярамай”ҙар күп. Тик шуны онотмайыҡ, ысын мөхәббәткә бер ни ҙә ҡаршы тора алмай. Бигерәк тә ырым-ышаныуҙар.
Ә шулай ҙа был яҙманы балдаҡ кейергә теләмәгән ирҙәргә күрһәтергә булалыр. Улар балдағын кейһә, тынысыраҡ бит, әхирәттәр?