Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 22:13

Өй лилиәһе (амариллис)

Өй лилиәһе ҡояшлы урынды ярата. Көҙ һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк. Ҡыш көнө 10-16 градуста булған һалҡынлыҡта тоторға кәрәк. Һуғаны кипмәһен өсөн әҙ әҙләп һыу ҡойорға кәрәк.

Өй лилиәһе ҡояшлы урынды ярата. Көҙ һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк. Ҡыш көнө 10-16 градуста булған һалҡынлыҡта тоторға кәрәк. Һуғаны кипмәһен өсөн әҙ әҙләп һыу ҡойорға кәрәк.
Сәскә уғы бер нисә айҙан сыға башлаясаҡ. Ошо ваҡытта сәскәне ҡояш булған ергә ултыртырға һәм йышыраҡ һыу ҡойорға кәрәк. Сәскә атҡан ваҡытта һыуҙы күп ярата.

Сәскәне ял иттермәйенсә ла үҫтерергә була. Уның өсөн йыл әйләнәһенә ҡояшлы урында тоторға һәм йылы һыу ҡойорға кәрәк.
3 йылға бер, сәскә атыуҙан туктағас , икенсе һауытҡа күсереп ултыртырға. Тамырҙарын һәйбәт кенә итеп ҡағырға. Иҫке тупрағы һәм серегән ерҙәрен алып ташларға. Һуғанбаштың өҫ яғы асыҡ ҡалырға тейеш.
Фото: интернет
Читайте нас: