Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 14:56

Ололарға ярҙам итәләр

65 йәштән өлкәндәр өйҙәренә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү, сүп-сар сығарыу буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.

65 йәштән өлкәндәр өйҙәренә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү, сүп-сар сығарыу буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
Әлеге көндә “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, йәштәр эштәре буйынса комитет, мәҙәниәт бүлеге, спорт комитеты хеҙмәткәрҙәренән 28 ирекмән тупланған.
Әлбиттә, был ярҙамды ойошторғанда ла хәүефһеҙлек талаптарына ҙур иғтибар бирелә. Ирекмәндәр ололар менән аралашҡанда дистанция һаҡлай, битлек, бирсәткәләр кейгәндәр. Мотлаҡ талап – уларҙың барыһының да бейджигы, танытмалы кепкаһы, ирекмәндәр ярҙамын ойоштороп ебәргән “Берҙәм Рәсәй” партияһы билдәһе бар. Социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә махсус танытма менән йөрөй.
Ололарҙан шылтыратыу-заявкалар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән 17.00-гә тиклем 8 (34794)- 4-27-50 һәм 8-917-383-71-52 телефон һандары буйынса ҡабул ителә. Ирекмәндәр нимәләр талап ителеүе тураһында ентекле белешә, дарыу йәки аҙыҡ-түлек талап ителһә, килеүҙәренә тейешле аҡсаны әҙерләп ҡуйыуҙарын һорай. Һуңынан инде аҡсаны барып алып, оло кешенең йомошон үтәй.
– Шуға иғтибар итегеҙ – кәрәкле әйберҙәрҙе килтереү тик заявка нигеҙендә башҡарыла! Әгәр оло кеше бындай ярҙам кәрәк тип мөрәжәғәт итмәгән, ә уға аҙыҡ-түлек килтерҙек тип шылтыраталар икән, шикләнергә кәрәк. Осраҡлы кешеләргә ишегегеҙҙе асмағыҙ! – тигән кәңәш бирҙе “Ансар” үҙәге директоры Людмила Титова. Ниндәйҙер шик, һорау тыуа икән, күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратығыҙ. Күрше-күләндәге ололарға барыбыҙ ҙа иғтибарлыраҡ булайыҡ, ярҙам тәҡдим итергә тартынмайыҡ!
Фото: Нелли Ишембаева.
Читайте нас: