Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2020, 17:13

Файҙалы кәңәштәр

Ҡандарында холестерин күп булған кешеләргә әстерхан сәтләүеге ашарға кәңәш ителә.

Ҡандарында холестерин күп булған кешеләргә әстерхан сәтләүеге ашарға кәңәш ителә.
Аяғығыҙ ҡорошҡанда, бер ҡулығыҙ менән аяҡ бармаҡтарығыҙҙы тотоғоҙ һәм үҙегеҙгә таба тартығыҙ. Икенсе ҡулығыҙ менән аяғығыҙҙы теҙҙән тубыҡ һөйәгенә табан ышҡығыҙ.
Күҙ төбөгөҙ күгәрһә, шул урынға тиҙерәк боҙ һалынған пакет ҡуйығыҙ. Әгәр боҙ булмаһа, буш булмаған ҡалай консерва банкаһы ла ярай.
Күҙегеҙгә сүп керһә бер үк ыуа күрмәгеҙ. Өҫкө күҙ ҡабағын аҫкыһына таба тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күзҙән йәш сыға һәм ул сүпте йыуып сығара.
Әгәр яраланһағыҙ, бер төймә стрептоцитты төйөгөҙ ҙә уға бер нисә тамсы йод тамыҙығыҙ һәм яраға ҡуйығыҙ, ярағыҙ күҙ алдында төҙәлер.
Гранат согы эсегеҙ. Ул ҡан тамырҙарын һәм йөрәк мускулдарын нығыта, артерия баҫымын төшөрә, ҡанды таҙарта, һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Фото: интернет
Читайте нас: