Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2020, 12:23

АҠЫЛ АЛДАН ЙӨРӨҺӨН

Әлеге шарттарҙа ауыҙҙан ауыҙға ғына түгел, ә төрлө интернет мессенджерҙар аша секунд эсендә меңәрләгән кешегә таралған имеш-мимеш хәбәр - халыҡ араһында паника, ҡурҡыу тыуҙырыусы иң насар нәмә, әлбиттә. Кешегә рәсми сығанаҡтар ғына етмәй, күрәһең, ҡурҡынысыраҡ хәлде үҙебеҙ һүрәтләйбеҙ, шундай мәғлүмәттәр эҙләйбеҙ, табабыҙ. Ышанабыҙ һәм... ауырыуға тарыйбыҙ. Иң тәүҙә йән, аң сәләмәтлеген хәстәрләү кәрәклеге тураһында һөйләп тороу артыҡтыр был осраҡта.

Әлеге шарттарҙа ауыҙҙан ауыҙға ғына түгел, ә төрлө интернет мессенджерҙар аша секунд эсендә меңәрләгән кешегә таралған имеш-мимеш хәбәр - халыҡ араһында паника, ҡурҡыу тыуҙырыусы иң насар нәмә, әлбиттә. Кешегә рәсми сығанаҡтар ғына етмәй, күрәһең, ҡурҡынысыраҡ хәлде үҙебеҙ һүрәтләйбеҙ, шундай мәғлүмәттәр эҙләйбеҙ, табабыҙ. Ышанабыҙ һәм... ауырыуға тарыйбыҙ. Иң тәүҙә йән, аң сәләмәтлеген хәстәрләү кәрәклеге тураһында һөйләп тороу артыҡтыр был осраҡта.
- 30 мартҡа ҡаратаИшембай районында һәм ҡалаһында коронавирус инфекцияһы раҫланған бер кеше лә юҡ. Инфекция бүлексәһенә был диагнозлы бер генә пациент та килтерелмәне. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын бындай ғәҙәттән тыш шарттарға хас юғары әҙерлек режимына күсерелеүен аңларға кәрәк. Был һәр территорияла инфекцияға әҙер булыу өсөн эшләнә.
Был аҙнала бөтә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары планлы рәүештә эшен дауам итә. Процедура кабинеттары, лаборатория штатлы режимда эшләй. Әлбиттә, ҡабул ителгән указ буйынса 65 йәштән өлкәндәрҙең үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймауын, планлы консультацияларҙы кисектереп торорға үтенәбеҙ. Социаль селтәрҙәр аша бик күп һорауҙар килә. Әлбиттә, ҡулдан килгәнсә уларға ваҡытында яуап биреп барырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, йөклөлөк буйынса иҫәптә тороусы ҡатындар, вирус йоҡтороуҙы иҫкәртеү маҡсатында әлегә планлы күренеүгә йөрөмәһәң яраймы, тиҙәр. Үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән - мөмкин. Тик барыбер күренеүҙән баш тартыу ҡағыҙын тултырырға кәрәк, - тип уртаҡлашты Ишембай Үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһы мөдире Илдар Ғәниев. – Тәүҙәрәк, сит илдәрҙән ҡайтыусылар күп булған мәлдә, муниципаль районда 10 махсус мобиль бригада эшләне. Әле бындай мохтажлыҡ юҡ, үҙ-үҙен изоляциялап, 14 көн өйҙәрендә генә ултырырға тейеш булғандарға бер бригада йөрөп өлгөрә. Инфекцияны иҫкәртеү һәм таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә илдә, республикала индерелгән ҡәтғи талаптарҙы үтәргә тейешбеҙ. Ниһайәт, ҡулдарҙы ныҡлап йыуырға өйрәндек, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығын ҡәҙерләүҙе, башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймауҙы ғүмерлек ҡағиҙә итеп алайыҡ!
Ишембай дауаханаларында коронавирусҡа анализ алалармы, тигән һорау ҙа йыш яңғырай. Эйе, кеше сит илдән ҡайтҡан һәм инфекция билдәләре юҡ икән, анализды беренсе һәм унынсы көндә алабыҙ. Әгәр сит илдән ҡайтыусыларҙа һыуыҡ тейеү симптомдары бар икән – беренсе, өсөнсө һәм унынсы көндә анализ тапшырыу ҡаралған. Бындай пациенттар дауаханаға урынлаштырыла. Пневмония менән сирләүселәр ҙә дауаханаға ятҡанда был тикшереүҙе үтә. Кешенең теләге буйынса ғына был анализ эшләнмәй. Әлегә шәхси клиникаларҙа ла был хеҙмәт юҡ. Һаҡланайыҡ, оло йәштәге яҡындарыбыҙҙы, балаларҙы сирҙән ҡурсалау өсөн тейеш булған барыһын да эшләйек. Был саралар ҡулыбыҙҙан килерлек
Читайте нас: