Йәкшәмбе көн Ишембайҙа Губкин урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡты.
Белгестәр уттың газ плитәһе тирәһенән таралыуын билдәләй. Өсөнсө ҡатта урынлашҡан фатирҙы тәү тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, газ эшләп торған мәлдә хужа кеше еңел тоҡаныусы шыйыҡса ҡулланып, ниндәйҙер эш башҡара. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү бына ошондай бәләгә
килтерә.
42-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәренә ошо подъездағы 4 кешене автобаҫҡыс ярҙамында эвакуацияларға тура килә, 12 кеше үҙе ишектән сыға.
Янғын һүндереү-ҡотҡарыу часынан белдереүҙәренсә, дежур ҡарауылдағы капитан Евгений Лаптевтың оҫта һәм ышаныслы эш итеүе арҡаһында ғына зыян күреүселәр булмай.
Янғын һөҙөмтәһендә подъездағы бер нисә фатирға зыян килгән, ремонт талап ителә. Сығымдарҙы суд тәртибендә янғында ғәйепле фатир хужаһына ҡапларға тура киләсәк. Әлеге мәлдә бик күптәребеҙ өйөндә. Янғын хәүефһеҙлеге яғынан бигерәк тә уяу булыу талап ителгән осор. Электр ҡорамалдарының төрлөһөн эшләтәбеҙ, телевизор, компьютерҙар һүнмәй. Электр үткәргестәргә көсөргәнеш артыуына юл ҡуймайыҡ, бәләкәй балаларҙы бер үҙҙәрен ҡалдырмайыҡ!
Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләрендә бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләр бушлай янғын һүндергес баллондар менән тәьмин ителде. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һорауын район етәкселеге ауылдарҙа сходтар барышында күтәрә килде. Көнүҙәк һорауҙы хәл итеү иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж ғаиләләргә, инвалидтарға, яңғыҙ йәшәүсе ололарға бушлай янғын иҫкәрткестәр ҡуйыуҙан башланғайны. Хәҙер ғаиләләргә янғын һүндергес баллондар алына. Әлеге көндә районда 2002 ғаиләгә ошо тәү ҡарауға ябай, әммә ут менән көрәштә бик кәрәкле ҡорамал бирелгән. Ғаиләләрҙең һәр береһендә 18 йәштән бәләкәйерәк балалар тәрбиәләнә. Урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре уның менән ҡулланырға өйрәтеүҙе үҙ өҫтөнә алған