Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2020, 14:46

Ташҡынға әҙербеҙме?

Муниципал районда ташҡын осоронда Ағиҙел, Һәләүек, Егән һәм Тәйрүк йылғаларындағы һыу кимәлен контролдә тотоу өсөн өс даими һәм өс ваҡытлыса гидропост булдырылған. Был йылғаларҙа һыуҙың күтәрелеү кимәле 400 сантиметрҙан артҡан осраҡта 434 кеше йәшәгән 117 йортто һыу баҫыу мөмкинлеге күҙаллана.

Муниципал районда ташҡын осоронда Ағиҙел, Һәләүек, Егән һәм Тәйрүк йылғаларындағы һыу кимәлен контролдә тотоу өсөн өс даими һәм өс ваҡытлыса гидропост булдырылған. Был йылғаларҙа һыуҙың күтәрелеү кимәле 400 сантиметрҙан артҡан осраҡта 434 кеше йәшәгән 117 йортто һыу баҫыу мөмкинлеге күҙаллана.
Районы хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге начальнигы Сергей Полев билдәләүенсә, һыу баҫыу ихтимал булған һәр йорт иҫәпкә алынған.
- Ишембайҙа - 7, Байғужала – 53, Әрметрәхимдә – 24, Ҡарайғанда – 10, Октябрҙә – 6, Сәлихта – 5, Яңы ауыл, Восток, Үрнәк ауылдарында дүртәр йортто һыу баҫыуы мөмкин.
Халыҡты эвакуациялау өсөн 1400 урынлыҡ ете ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнде, икеһе – ҡалала һәм етәүһе - районда. Эвакуацияланған кешеләрҙе ете мәктәп автобусы ташыясаҡ, ә кәрәк булған осраҡта Ишембай юл-ремонтлаутөҙөү идаралығы һәм “Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһының йөк транспорты йәлеп ителәсәк. Һыу баҫыу мөмкинлеге булған зоналарҙа ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу өсөн 112 кеше һәм 21 берәмек техника әҙер. Һыу баҫыу зонаһына ингән барлыҡ тораҡ пункттар менән дә телефон бәйләнеше, шулай уҡ Интернет ярҙамында аралашыу мөмкинлеге булдырылған, - тип аңлатты ул.
Ишембай районы биләмәһендә ике тығын ҡурҡынысы булған участка билдәләнгән: Әрметрәхим ауылы эргәһендә Егән һәм Ҡарайған ауылы тапҡырында Ағиҙел йылғалары. Бындай хәлде иҫкәртеү өсөн “Сеймал компанияһы” акционер йәмғиәте менән шартлатыу эштәрен уҙғарыуға килешеүҙәр төҙөлгән.
Ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары Ишембай районындағы быуалар һәм һыу ятҡылыҡтарының торошон һәм эш режимын көндәлек контролгә алған.
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: