Бөтә сорттары ла ҡояшлы урынды ярата. Тупраҡ балсыҡлы йәки тупраҡ ҡатыш ҡомло булырға тейеш. Һыулы урындарҙы яратмай.
Астраны рассада менән үҫтереү отошлораҡ. Әгәр ҙә орлоҡтарҙы ергә сәсһәң , астра һуңлап сәскә атасаҡ.
Астра орлоғо эре, тиҙ шыта. Яңы орлоҡтарҙы март-апрель айҙарында сәсергә. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы хлорлы цинк йәки сернокислый магний иретмәһенә һалырға кәрәк. 1 литр һыуға 0,5 грамм иҫәбендә, 15-18 сәғәт тоторға.
Орлоҡтарҙы 1 см тәрәнлеккә , өҫтөнә яҡшы серетмә йәки таҙа ҡом һалырға.
Бик ихтибарлы булырға, сөнки тупраҡҡа күп һыу ҡойорға йәки киптерергә ярамай. 2-4 көндән тамыр ебәрә, ә 7-се көнгә япраҡ күренәсәк.
Беренсе япраҡ куренһә, сәскәне минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк. 3-4 япрағы барлыҡҡа килһә, тулы минераль ашлама һалырға.
Яҡшы үҫеү өсөн 16-20 градус көндөҙ, ә 12-15 градус йылыла төнөн тотоу бик уңайлы.
Үҫентеләрҙе ергә ултыртҡанда сорттары буйынса ҡарайҙар. Тәпәш буйлыларын: 20х20 см араһы менән, урта буйлы уҫентене: 25х25 см, ә оҙон буйлы астра сәскәһен 30*30 см булған ара менән сәсәләр.