Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2020, 12:31

Техника тикшерелә

Республикабыҙҙа яҙғы сәсеү кампанияһы алдынан ауыл хужалығы машиналарының техник торошон тикшереү эштәре башланды.

Республикабыҙҙа яҙғы сәсеү кампанияһы алдынан ауыл хужалығы машиналарының техник торошон тикшереү эштәре башланды.
Ошо көндәрҙә Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы Петровск һәм Йәнырыҫ ауылында урынлашҡан крәҫтиән-фермер хужалыҡтарындағы үҙйөрөшлө машиналарҙы, тағылмаларҙы тикшерҙе.
Петровск ауылында ағас етештереүсе Рәфит Әминов һәм Йәнырыҫта йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Айрат Заһиҙуллиндың хужалыҡтарында ла үҙйөрөшлө машиналар
ҡулланышта. Район-ҡала Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин тикшереү барышында айырыуса тракторҙарҙың яҡтылыҡ приборҙары, руль механизмы, тормоз системаһы төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бирҙе. Номер агрегаттарының үҙйөрөшлө машинаның паспорты менән тура килеүе, май һәм яғыулыҡ системаһының төҙөклөгө, тәгәрмәстәрҙең тәгәрләүен тотҡарлаусы ҡулайламаның, янғын һүндергес баллондың һәм аптечканың булыу-булмауы ла күҙ уңынан ысҡындырылманы. Ғәлим Ғәлиулла улы тракторсы-машинист танытмаларының категорияға тап килеүен дә ентекле тикшерҙе.
- Үҙйөрөшлө машиналарҙың барыһы ла ҡуйылған талаптарға яуап бирә, кеше һаулығына һәм экологияға хәүеф тыуҙырырлыҡ түгел. Әммә Рәфит Әминовтың хужалығында ҡулланылған тағылмаға ҡарата ҡайһы бер иҫкәртмәләр әйтелде. Техниканың яҡтылыҡ приборҙары эшләмәй, тәгәрмәстең бысраҡ сәсрәтеүенә юл ҡуймаусы ҡулайлама ла ҡуйылмаған. Шуға ла тағылма әлегә техник тикшереүҙе үтмәне, - тигән һөҙөмтәһен әйтте ул.
Фермер Рәфит Әминов бөтә иҫкәртмәләрҙең тәү сиратта тракторсы-машинист һәм башҡа кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгәнен аңлап, етешһеҙлектәр төҙәтеләсәк һәм тағылма ун көндән һуң тикшереүгә әҙер буласаҡ, тип белдерҙе. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ауыл хужалығы машиналарының техник торошон тикшереү бик яуаплы, етди сара. Эштең ырамлы барыуы ғына түгел, хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә тап техниканың төҙөклөгөнә бәйле.
Фото: автор.
Читайте нас: