Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2020, 01:09

Баш ауыртҡанда халыҡ саралары

Лимон ҡабығының эсендәге аҡ ҡатламын ҡуптарып, дымлы яғы менән сикәгә ҡуйығыҙ. Лимон ҡабығы торған урын ҡыҙарып сыҡҡас, баш ауыртыуы баҫылыр.

* Лимон ҡабығының эсендәге аҡ ҡатламын ҡуптарып, дымлы яғы менән сикәгә ҡуйығыҙ. Лимон ҡабығы торған урын ҡыҙарып сыҡҡас, баш ауыртыуы баҫылыр.
* Кәбеҫтә япрағы теләһә ниндәй баш ауыртыуҙан ярҙам итә. Кәбеҫтә һутында калий иондары күп. Был микроэлемент, ҡан тамырҙарының һәм мускулдарның эшмәкәрлеген көсәйтеп ебәреп, ауыртыуҙы бик тиҙ баҫыр. Маңлайға, сикәләргә ябыр алдынан кәбеҫтә япраҡтарын бер аҙ ыуалағыҙ, киҫеп-киҫеп ебәрегеҙ, шулай итһәң, уның һуты яҡшы сыға. Алыштырып тороғоҙ.
* Һуған ябыуының да файҙаһы бәхәсһеҙ. Мөмкин булһа, һуғандың һутын сығарып, таҫтамалды шул һутҡа манып алығыҙ. Бына тигән компресс булыр. Ундай мөмкинлек булмаһа, һуғанды турап, уны маңғайға ҡуйырға ла мөмкин. Әсеһе кермәһен өсөн, күҙегеҙҙе йомоп тороғоҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: