Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2020, 02:21

Умартасыларыбыҙ иңендә Ишембай балы данын үҫтереү

Был дүшәмбе район һәм ҡала умартасыларының йыйылышы булып үтте. Уны муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса бүлек начальнигы Рафиҡ ҒАБДУЛЛИН алып барҙы.

Был дүшәмбе район һәм ҡала умартасыларының йыйылышы булып үтте. Уны муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса бүлек начальнигы Рафиҡ ҒАБДУЛЛИН алып барҙы.
- Күптән түгел Өфөлә үткән умартасыларҙың төбәк съезы ҡарарҙары буйынса фекер алышыу йыйылышта ҡаралған төп һорауҙарҙың береһе булды. Съезда беҙҙең район делегацияһы составында ҡатнашҡан Нина Дурова саранан алған тәьҫораттары, унда күтәрелгән көнүҙәк яңылыҡтар менән бүлеште. 47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресы сиктәрендә уҙғарылған был съезда илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар, тәжрибәле умартасылар йыйыла. Уларҙың сығыштары әлеге көндә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе борсоған мөһим һорауҙарҙы асыҡларға ярҙам итте.
- Республикабыҙ райондарында умартасылар берекмәләре барлыҡҡа килеүе, бергәләшеп һөҙөмтәле эшләүҙәре тураһында ишетеп, беҙҙә лә ошондай ойошма булдырырға кәрәк тигән дәрт менән ҡайттым. Килеп сығып торған һорауҙарҙы Ишембай ҡортсолары күмәкләп хәл итә белергә өйрәнергә тейеш, - тигән тәҡдимдәрен дә еткерҙе Нина Семеновна.
Өфөләге съезда күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе – бал ҡорттарының гибридлашыуы һәм шул сәбәпле күпләп үлеүе. Төрлө тоҡомло бөжәктәрҙең ҡушылыуы уларҙың генетик йәһәттән насарайыуына килтерә. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында беҙҙәге “Алтын Солоҡ” заказнигында етештерелгән башҡорт бал ҡортона ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләй. Былтыр саф тоҡомло 300 бал ҡорто ғаиләһе алынған, был проект менән ике умартасы шөғөлләнгән. Быйыл әлеге эшкә тотонорға 30 ҡортсо теләк белдергән һәм йыл дауамында республикала 900 саф тоҡомло урман бал ҡорто ғаиләһе етештереү күҙаллана. Проекттың төп асылы шунан ғибәрәт: “Алтын Солоҡ” заказнигында генетик йәһәттән таҙа тоҡом материалы алына һәм артабан үрсетеү өсөн республика умартасыларына тәҡдим ителә. Был эшмәкәрлеккә киткән сығымдарҙың яртыһы дәүләт тарафынан ҡаплана. Шулай итеп, Башҡортостан ҡортсоларына фәнни телдә “башҡорт бал ҡорто”, ә беҙҙеңсә “ҡара урман” йәки “бөрйән бал ҡорто” тип аталған төрҙө үрсетеүгә мөмкинлектәр асыла.
Съезда баҫыуҙарҙы ағыулау сәбәпле бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы мәсьәләһе лә күтәрелә. Йыш ҡына баҫыуҙарҙы эшкәрткәндән һуң умартасылар етди зыян күрә. Быны булдырмау өсөн улар берләшеп фермерҙарға ҡәтғи талап ҡуя ала. Әлеге ваҡытта баҫыуҙар картаһы төҙөү, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү сараһы үткәрерҙән алда умартасыларҙың телефонына смс-хәбәр ебәреү кеүек башланғыстар яйға һалына. Әлбиттә, игенселек менән шөғөлләнгән аграр хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың баҫыуҙарҙа ҡоротҡостарға ҡаршы эш алып барыуын аңлап ҡарарға кәрәк, әгәр был эш ваҡытында һәм тейешле кимәлдә башҡарылмаһа, юғары уңыш та булмаясаҡ. Бында ике яҡтың үҙ-ара килешеп эшләүе генә шарт. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге эргәһендәге Биохимия һәм генетика институтының лаборатория мөдире Алексей Николенконың сығышы ошо проблеманы аңларға ярҙам итә.
Башҡортостан умартасылары республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм Рәсәй Дәүләт Думаһына йүкә, саған, тал кеүек ағастарҙы ҡырҡыуҙы закон нигеҙендә тыйыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Улар бал биргән ағас үҫкән урмандарҙа санитар ҡырҡыу ғына рөхсәт ителергә тейеш, тигән фекерҙә. Был тәҡдим съезд резолюцияһында ла урын алды.
Район умартасылары йыйылышында ветеринария хеҙмәте белгестәренең һөйләгәндәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар бал ҡорттарын аҫрау тәртибе, бал һатыу ҡағиҙәләре, ҡорттар күпләп ауырыған, үлгән осраҡта нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында аңлатып үтте. Республика ветеринария идаралығының дәүләт ветеринар инспекторы Анна Елистратенконың сығышында ла күп кәрәкле мәғлүмәттәр булды.
- Башҡортостан Республикаһының “Умартасылыҡ тураһында”ғы законы умартасылар өсөн төп китап булырға тейеш. Унда уларға кәрәкле барлыҡ мәғлүмәттәр
күрһәтелгән. Шуны ла белеү мөһим - 2020 йылда район һәм ҡалабыҙҙың бөтә умартасылары ла теркәлергә, умарталыҡҡа паспорт һәм шәхси номер алырға тейеш. Тотош умарталыҡҡа бер номер бирелә. Был эште башҡарыу тәртибе тураһында Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһының ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итеп белә алаһығыҙ. Тағы ла бер кәрәкле сара – яҙлы-көҙлө умарталыҡтарығыҙҙы йоғошло һәм паразит ауырыуҙарына
тикшертергә онотмаһағыҙ ине, - тигән теләк-тәҡдимдәрен дә еткерҙе белгес.
Күптәре уның әйткәндәренә яуап итеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе һәм тулы яуап алды.
Әлеге көндә район һәм ҡалала 11 меңдән ашыу бал ҡорто күсе иҫәпләнә, үткән йыл менән сағыштырғанда уларҙың артыуы күҙәтелә. Тимәк, был боронғо шөғөл үҫешә, ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Ишембай мәғлүмәтконсультация үҙәге баш зоотехнигы Ғариф Баһауетдинов районда республикаға билдәле ҙур тәжрибә туплаған умартасылар менән бергә яңы эш башлап тороусы йәштәр булыуын да белдерҙеэ
- Быйылғы йыл умартасылар өсөн уңайлы килеүен теләйбеҙ, балды мул алырға булһын. Ишембай районында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ыңғай, был тармаҡты үҫтереүгә дәүләт субсидиялар алыу мөмкинлеге лә бар, - тип ул киләсәктә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең тағы ла артырына ышанысын белдерҙе.
Әлеге көндә Ишембайҙа 40-ҡа яҡын эре умартасы иҫәпләнә. Үткән йылда улар тырышлығы менән 15 мең килограмға яҡын бал етештерелгән, 9 мең килограмм тирәһе һатылған. Ишембай балы күптән инде үҙенең сифаты менән тирә-яҡта дан алған. Быға бик күп факторҙар булышлыҡ итә. Иң тәүҙә, әлбиттә, тәбиғәтебеҙ үҙенсәлеге, урманболондарыбыҙ байлығы. Әлеге Ишембай балы абруйын тағы ла юғарырыҡ күтәреү тураһында ла һүҙ барҙы. Рафиҡ Ғабдуллин республикабыҙҙан ситтә бал баҙарын яулау мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Бының өсөн умартасылар берләшеп кооператив булдыра алыуы, сифатлы балды кооператив цехында заманса күркәм итеп фасовкалау, һатып алыусыларға еткереү эшен яйға һалыу мөмкинлеген аңлатты.
Умартасыларҙың йыйылышып кәңәш ҡороуы тик файҙаға. Был тармаҡты артабан үҫтереү йәһәтенән мәғлүмәтле булыу кәрәк, ә тәжрибә уртаҡлашыу, йәштәргә таяныс булыу халҡыбыҙға хас күренеш. Ишембай балын күтәреүселәр осрашыуы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: