Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2020, 23:40

Ҡартайыуҙан нимә һаҡлай?

Һәр кешенең матур, сәләмәт күренгеһе килә, бигерәк тә яҙ мәлендә. Тик күптәр өйрәнелгән бер төрлөлөктән, йәшәү рәүешенән тайпыла алмай. Ә бына түбәндә тәҡдим ителгән кәңәштәрҙе башҡарыу өсөн әллә ни күп ваҡыт та, көс тә талап ителмәй, уларҙы көндәлек ғәҙәткә әүерелдереү ҙә ҡыйын булмаҫ.

Һәр кешенең матур, сәләмәт күренгеһе килә, бигерәк тә яҙ мәлендә. Тик күптәр өйрәнелгән бер төрлөлөктән, йәшәү рәүешенән тайпыла алмай. Ә бына түбәндә тәҡдим ителгән кәңәштәрҙе башҡарыу өсөн әллә ни күп ваҡыт та, көс тә талап ителмәй, уларҙы көндәлек ғәҙәткә әүерелдереү ҙә ҡыйын булмаҫ.

1. Һалҡын һыу менән ҡойоноу. Уның өҫтөнлөктәрен иҫкә төшөрәйек: ҡан әйләнешен яҡшырта, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, иммунитетты нығыта, тирене шымарта. Әлбиттә, ҡойоноуға һыу температураһын яйлап төшөрә-төшөрә килергә кәрәк.

2. Ашҡаҙанды ял иттереү. Ҡыҫҡа ваҡытҡа асығыу организмды токсиндарҙан таҙарта, ябыҡтыра, хатта ҡартайыуҙы тотҡарлай. Тәүлек буйы бер нәмә лә ашамай тороу түҙгеһеҙ кеүек тойолһа, 16:8 ысулын ҡулланып ҡарағыҙ - был киске сәғәт 7-нән иртәнге 11-гә тиклем ашамай тороуҙы аңлата. Ул арауыҡта һыу, сәй, ҡәһүә эсергә мөмкин.

3. Эс менән тын алыу. Көнөнә 5-10 минут тәрән итеп эс менән һулыш алыу ҡан баҫымын түбәнәйтә, иғтибарҙы нығыта, йоҡоно яҡшырта, ҡартайыуҙы яйлата ала. Был күнегеүҙе салҡан ятып яҡшы уй-теләктә башҡарабыҙ.

4. Теште кокос майы менән таҙартыу. Уның файҙалы үҙенсәлектәре күп: тирене дымландыра, йомшарта, теште ағартыусы булараҡ та ҡулланыла ала, бактерияларға ҡаршы көрәшә.

5. Ултырып эшләүселәргә кәңәш: һәр 20 минут һайын кәүҙә торошон үҙгәртеп тороу мотлаҡ. Ултырған көйө төрлө хәрәкәттәр яһау йәки баҫып күнегеүҙәр яһау тәнде ҡатыу алыуҙан, билде ауыртыуҙан һаҡлай.

6. Ҡәһүә эсегеҙ. Һүҙ шәкәрһеҙ, һөтһөҙ ҡара ҡәһүә тураһында бара. Ул яман шеш хәүефен кәметә, иғтибарҙы көсәйтә, Альцгеймер сиренән һаҡлай. Тик уны көнөнә өс-биш сынаяҡтан арттырырға ярамай.

7. Өйҙә оҙаҡҡа ҡалғанда ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәнергә була (бәйләү, сигеү, тегеү, сит тел үҙләштереү һ. б.). Мейене яңынан-яңы ҡыҙыҡлы, кәрәкле мәғлүмәт менән туйындырып тороу һаулыҡ өсөн бик яҡшы буласаҡ.

8. Лимонлы һыу эсеү. Бигерәк тә әлеге вирус таралған мәлдә ас ҡарынға эсеү файҙаға ғына буласаҡ. Лимон витаминдарға, файҙалы матдәләргә, антиоксиданттарға бик бай булғанлыҡтан, организмға көс биреү, иммунитетты нығытыу, ялҡынһыныуҙы кәметеү үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ тирене таҙарта, аш һеңдереүҙе көйләүсе булараҡ та билдәле. Тештең эмален һаҡлау маҡсатында уның һутын тик һыу менән бутап ҡына эсергә кәрәк.

Фото: southernliving.com
Аклима Гизатуллина
Читайте нас: