Орхидеяны һауытынан сығарып ҙур һауытҡа һалырға. Еңел генә сыҡмаһа, тамырҙары имгәнмәһен өсөн һауытын әҙ генә ҡырҡырға кәрәк.
Һау орхидеяны һыуыттан сығарыуы ауыр, сөнки тамырҙары көслө була. Ә бына ауырыу орхидеяны тиҙ генә һауыттан бушатып була.
Тамырҙарҙың аламаларынан таҙартырға һәм йыуырға. Үҙ-ара сырмалып бөткәндәрҙе ипләп кенә ысҡындырырға. Тамырҙары еңел генә ысҡынмаха уны 15 - 20 минутҡа йылы һыуға тығып торорға.
Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алырға. Аҙаҡ активлаштырылған күмерҙе ыуаҡлап ҡырҡҡан тамырға һибергә.
Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 - 1 см еткермәй ҡырҡырға кәрәк.
Ҡырҡып ташлаған ерҙәрҙе эшкәрткәндән һуң орхидеяны яңы һауытҡа ултыртабыҙ. Иң яҡшы ашлама - эре ҡарағай ҡабығы. Ә һыу һаҡланһын өсөн мүк өҫтәйбеҙ. Ағас күмере ла ҡушырға була. Ни тиклем ашлама эре була, шул хәтлем тамырҙарға тын алыуы яҡшы буласаҡ. Һауыт-һаба һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарарға кәрәк. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта 1 - 2 см һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.
Һауыттың төбөнә эре ҡабыктар, уның өҫтөнә әҙ - мәҙ ыуаҡтарын һалабыз. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп торабыҙ һәм тирә яғын ҡабыктар менән тултырабыҙ. Тамырҙарҙың иң өҫкө яғын еңелсә генә батырабыҙ.
Күсерелеп ултыртҡан орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса һалҡынса булған ергә ултыртырға. 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла була. Япраҡтарына ғына һыу һиптерергә була. 1-се тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фотоспарин йә фунгицид ҡушырға була.