Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2020, 14:46

"Еҫ" (хикәйә)

Хәтирә ҡарсыҡ уянды, күкрәген тултырып тын алды, аяҡ-ҡулын барланы, тороп ултырырға теләгәйне, ҡапыл туҡталып ҡалды. Кисә өй хужаһы кейәүҙең, ейәнсәре Гөлдәрҙең ҡыҙҙары Әлиәне ултыртып бик оҙаҡ нимә хаҡындалыр бәхәсләшкәндәрен ишетте. Ишетте тип, йөҙгә етеп барған ҡарсыҡ нимә ишетһен инде. Тегеләр геүләшеп алдылар, эш ярай ҙа ҡысҡырышыуға барып етмәне. Ун етеһе яңыраҡ тулған ҡыҙҙары, күҙҙәре янып торған матур, буйсан ҡыҙыҡай, бик борсолғандай. Атаһы менән әсәһе лә ҡыҙыҡайға ябырылып килгән һымаҡ.

Хәтирә ҡарсыҡ уянды, күкрәген тултырып тын алды, аяҡ-ҡулын барланы, тороп ултырырға теләгәйне, ҡапыл туҡталып ҡалды. Кисә өй хужаһы кейәүҙең, ейәнсәре Гөлдәрҙең ҡыҙҙары Әлиәне ултыртып бик оҙаҡ нимә хаҡындалыр бәхәсләшкәндәрен ишетте. Ишетте тип, йөҙгә етеп барған ҡарсыҡ нимә ишетһен инде. Тегеләр геүләшеп алдылар, эш ярай ҙа ҡысҡырышыуға барып етмәне. Ун етеһе яңыраҡ тулған ҡыҙҙары, күҙҙәре янып торған матур, буйсан ҡыҙыҡай, бик борсолғандай. Атаһы менән әсәһе лә ҡыҙыҡайға ябырылып килгән һымаҡ.

Ҡарсыҡ уларҙың нимә хаҡында һөйләшкәндәрен ишеткеһе килә, ләкин тегеләр үҙҙәре өндәшмәгәс ҡыҫылмай, урынын белә. Бында ла осраҡлы ғына тип әйтерлек килеп эләкте. Һуғыш ветеранының тол ҡатыны булараҡ, бер бүлмәле фатир һатып алғайны, шуны ейәнсәренә мираҫ итеп яҙҙырҙы. Үҙенә тәрбиә ҡылыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Гөлдәргә килтереп бушаттылар. Былай ҡарсыҡ үҙен артыҡ итеп тоймай, пенсияһы ҙур, үҙ баһаһын белә, тегеләр ҙә тиҫкәре яҡтан ым-ишара күрһәтмәй, сөнки уның бер бүлмәһен кейәүҙең бүлмәһенә ҡушып, өсәүле итеп алғайнылар.

Ҡарсыҡ күкрәген тултырып тағы тын алды. Әллә ысынлап тамы ? Күңеле ҡартаймаған икән әле... Ул тиклем дә еҫ һиҙерлек булғас, осраҡлы түгел был. Кем белә, бәлки, хаталаналыр. Ә ҡасан яңылышты һуң әле ул? Ҡыҙыҡ, белергә ине. Ҡайһыһы икән? Ейәнсәре Гөлдәрме, әллә бүләсәреме, эй Илаһым? Сабыйға иртә түгелме икән?

Хәтирә ҡарсыҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән, көлөмһөрәп ҡуйҙы, юҡ, ул ғына еҫте уның танауы айыра әле. Йөрәге аҫтында һигеҙ бала йөрөтөп, һигеҙен дә иҫән-һау тапты. Аллаға шөкөр, әле дүртәүһе иҫән-һау, хәл белешеп, сәләм ебәреп торалар, күстәнәстәрен йәлләмәйҙәр.

Теге ваҡыт нисек булды әле? Ҡәйнеше Иҙрис өйләнгәйне, Хәтирәләр башҡа сыҡты. Бер ай ҙа үтмәне, килендәше Мөнирәгә:

– Ай-һай, килендәш, бик тиҙ ике ҡатландың, – тип өндәшеүенә тегеһе ҡып-ҡыҙыл булып:

– Юҡсы, еңгә, уйламайбыҙ ҙа, – тип аҡланды.

Шунан күп тә үтмәй, ваҡ-төйәк кәрәк, тигән һылтау менән Стәрлегә юлланды. Төш тә етмәне, ҡул һелтәп ҡайтып та инде һәм Хәтирәгә килде.

–Еңгә, дөрөҫөн әйт, һин ҡайҙан белдең?– тип һораны күҙҙәренә туп-тура ҡарап.

Хәтирә юғалды ла ҡалды. Кем әйтмешләй, эргәһендә ҡулдарынан тотоп ятманы ла инде.

– Күңелем һиҙҙе, – тип саҡ аҡланды. Нимә тип әйтһен. Дөрөҫөн һөйләһә барыбер ышанмаясаҡ. Еҫе аңҡып тора бит! Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ.

Фатирға еҫ таралды, тәмле еҫ, ләззәтле еҫ. Илерткес еҫ танауға инеп, күңелде ҡуҙғыта, башты еңелсә әйләндерә, күктәргә күтәрә, хатта бейеге-йырлағы килә.

Әлиәһенең яңғыҙ түгеллеген белә өләсәһе. Бер егет килеп йөрөй, исеме әллә нисек ине. Ата-әсәһе эштә ҡыҙыҡайҙың, бүлмәһендә музыка уйнатып, көндөҙ ҙә ултырғылайҙар. Кистәрен һуңлап ҡайтҡаны ла бар. Ипле егет, үҙе “Һаумы, өләсәй!” тип тора. Бүләсәр генәһе ҡайҙалыр уҡый шикелле, хәйер, башлы-күҙле булырға ла ваҡыт. Үҙе кейәү ҡосағына ингәндә ун етеһе лә тулмағайны.

Кисен тағы йыйылдылар. Хәтирә ҡарсыҡ әлеге еҫ үҙенә көс өҫтәгәнен тойҙо, хатта күҙҙәре нурланып, йөҙө асылып китте. Бүләсәре әсәһенә һыйынып ултырған, кейәүенең риза түгел икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ҡарсыҡ, телевизор ҡарайым тигән һылтау менән, эргәләренә сығып ултырҙы. Ҡыҙыу-ҡыҙыу мөңгөрләшкән тегеләр ҡапылда тынаһы итте. Тәүҙә ҡарсыҡ үҙен артыҡ һымаҡ тойҙо, ләкин өндәшмәй, үҙ фекерен әйтмәй булдыра алманы.

– Барыһы ла Хоҙай ҡулында, – тине ул үҙ алдына ғына һөйләнгәндәй. – Күңелем һиҙә, сабый көтәһегеҙ шикелле. Бер үк, балалар, баш тартып ҡуймағыҙ. Һәр сабый Аллаһ бүләге, ҡабул итеп алығыҙ.

Кейәүе, ейәнсәре, бүләсәре ғәжәпләнеп бер-береһенә ҡарашты. Бына һиңә мә! Ә беҙ ҡарсыҡты ишетмәй тип уйлай инек. Ейәнсәре өләсәһенә:

– Өләсәй, ҡайҙан ишеттең? – тип һораны.

– Эй балаҡай, ишетмәйем шул, исмаһам, саҡ ҡына ла ишетмәйем, – тип аҡланғандай һөйләнде.

Тегеләр аптыранып яурындарын һикертте.

Кисә-бөгөн фатирҙа еҫ сыҡты. Әле тыумаған сабый еҫе. Шул сабыйҙы һаҡлағыҙ, ул һеҙгә бәрәкәт килтерер.

Ишектәге ҡыңғырау тауышын ҡарсыҡ ишетмәне. Бүләсәренең ишек яғына атылыуынан кемдеңдер килгәнен аңланы. Күп тә үтмәне, бер ҡосаҡ сәскә күтәреп бүләсәре, ә уның эргәһендә ғәйепле йылмайғандай егете күренде.

Фото: интернет
Читайте нас: