Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2020, 20:49

“Икенсе ҡатынлыҡҡа ризалаштым…”

Әлиәгә 29 йәш тулып килә ине. Аҡыллы, һөйкөмлө, әҙәпле, зифа буйлы, заманса матур итеп кейенә… Ҡыҫҡаһы, килмәгән ере юҡ. Юғары уҡыу йортоноң тарих факультетын тамамлаған, һәйбәт урында эшләй. Әммә шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы: ул икенсе ҡатын булырға ризалашҡан.

Әлиәгә 29 йәш тулып килә ине. Аҡыллы, һөйкөмлө, әҙәпле, зифа буйлы, заманса матур итеп кейенә… Ҡыҫҡаһы, килмәгән ере юҡ. Юғары уҡыу йортоноң тарих факультетын тамамлаған, һәйбәт урында эшләй. Әммә шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы: ул икенсе ҡатын булырға ризалашҡан.
Ни өсөн ул күрәләтә ошондай ҡарарға килгән? Әлеге лә баяғы, тормошта фәһем булһын тип, унан ни өсөн икенсе ҡатын булып барырға ризалыҡ биреүе хаҡында һөйләүен һораным. Мин, әлбиттә, бер кемде лә күп ҡатынлылыҡҡа өндәмәйем, бындай хәл-ваҡиғаларҙы аңламайым да…
– Күп ҡатынлылыҡты борон замандан килгән иҫкелек ҡалдығы тип иҫәпләй торғайным, – тип башланы һүҙен Әлиә. – Хәйер, Кавказ халыҡтарында ул әле лә осраштырғылай, үҫмер сағымда Урта Азияла йәшәргә насип булды… Әммә мин ғаиләлә көндәш булып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлләй торғайным, ирҙәренең бүтән ҡатындарын “апай йә һеңлекәш” тип атаған булып, яҙмыштарына күнеп йәшәйҙәрҙер, тип уйлай инем.
Мин үҙем дә мосолман ҡыҙы, ауылда тәрбиәле ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Атай-әсәйем Ислам ҡанундарын үтәп йәшәй: Ҡөрьән уҡыталар, аят аштарына саҡыралар.
Ҡалала уҡыһам да, тәртибем үҙгәрмәне, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштермәнем, егеттәрҙән алыҫыраҡ йөрөнөм, башкөллө китапҡа сумдым.
Бер мәл ғашиҡ булдым. Эскерһеҙмен дә инде, физик яҡынлыҡҡа барманым һәм быны идеаль, саф мөнәсәттәбеҙ, тип ҡыуандым. Егетем менән әңгәмәләшеүҙәр, социаль селтәрҙәр аша яҙышып аралашыуҙар, ҡала урамдарында, парктарҙа саф һауала йөрөүҙәр минең өсөн рухи яҡтан камил хис-тойғо булып тойолдо... Ә ул йәнә бер ҡыҙ янына барып йөрөгән. Был хаҡта белеп ҡалһам да, егетемде аҡларға тырыштым, йәнәһе, әле ғаилә ҡормағанбыҙ бит, ул ирекле ҡош бит әле. Шулай байтаҡ ҡына аралаштыҡ.
Ә ул миңә өйләнмәне. Әсәһе дин юлындағы бер ҡыҙҙы эҙләп тапҡан икән уға. Бөтә донъямдың аҫты-өҫкә әйләнгәндәй тойолдо. Ул миңә хатта “ғаилә ҡорайыҡ” тип тәҡдим дә яһаманы…
Минең өсөн бик ауыр ике йыл үтеп китте. Институтта төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәттәрен өйрәндем. Диплом эшемде лә Төньяҡ Кавказ халыҡтарына арнаным, үҫмер сағымда ошо төбәктә йәшәүем дә йоғонто яһағандыр, моғайын.
Күп ҡатынлылыҡтың тамырҙарын тәрәндән белә инем инде. Кавказда ир-ат, үҙенең ғаиләһе булһа ла, ағаһының йә ҡустыһының тол ҡатынына өйләнә, сөнки килен дә, балалары ла яҡлаусыһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Күп ҡатынлылыҡ хыянатҡа ла юл ҡуймай, ир кеше ике ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Шуға ҡарамаҫтан, икенсе ҡатын булырға һис кенә лә теләгем юҡ ине.
Ә һуңынан тормошомда ошо чечен егете осраны. Юҡ, ел-дауыл кеүек бәреп килеп инде. Ул, урам уртаһында машинаһын ҡалдырып, минең менән танышыр өсөн, артымдан бер километр самаһы йүгергән. Ул мин күҙ алдына килтергән идеалыма ла оҡшамағайны: фән кандидаты ла, интеллектуал да түгел, минең кеүек иҫтәлекле, тарихи урындар, музейҙар өсөн дә үлеп бармай. Ләкин… миңә кәрәк саҡта ул һәр саҡ янымда булды. Иҫ китмәле хәстәрлекле, ихлас, тормош һөйөүсән, ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлау, уның теләген үтәү өсөн тау-таш аҡтарырға әҙер торған көслө зат.
Үҙенең ғаиләһе барлығы хаҡында башта әйтмәне. Ә инде был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡан мәлдә ул иң ҡәҙерле кешемә әйләнгәйне инде. Илар сиккә етеп үпкәләнем, уны тормошомдан һыҙып ташларға теләнем. “Ғаиләң бармы?” тип башта уҡ һорағайным бит инде, ә ул дөрөҫөн йәшергән. Был хәлде ҡабул итә алмайынса, оҙаҡ ҡына ҡасып та йөрөнөм, ләкин бер мәл ҡапыл ғына уның теләген аңлар хәлгә килдем: ә бит был ир-ат яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ғаиләһен дә, мине лә юғалтҡыһы килмәй, тип уйланым. Уны нығыраҡ ихтирам итә башлағандай булдым.
Күп ҡатынлылыҡ Рәсәйҙең бар халыҡтарына ла яраҡлы ғәмәл түгел, әлбиттә. Шуға күрә ата-әсәйем дә, туғандарым да ҡырҡа ҡаршы төштө. Барыһынан да бигерәк әсәйем өҙгөләнде: ”Ҡыҙым, һин бит игелекле, хәстәрлеклеһең, уның беренсе ҡатыны тураһында уйланыңмы? Уның өсөн оло фажиғә бит был! Бүтән кешене бәхетһеҙ итеп, күҙ йәштәрен йоттороп, бәхетле була алырһыңмы?!”
Был хаҡта күп уйланым, әлбиттә. Уның беренсе ҡатынының күңелен уйлағанға күрә генә, яратҡан кешемә бик оҙаҡ ризалыҡ бирмәнем.
Ә ул бер туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Ҡатыным аңлар. Унһыҙ ҙа, һинһеҙ ҙә тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым, икегеҙ ҙә кәрәк миңә!..”
Ул ике ҡатынын да бәхетле итә алырына ышана ине. Ә мин быға ышанып етмәнем. Ни өсөн уның беренсе ҡатыны барыһына ла ризалаша, ғәфү итә икән, тип уйланым. Әммә бер нимәгә ҡарамаҫтан, яратҡан кешемде юғалтмаҫҡа һәм ошо ауыр юлды уның менән бергә үтергә ҡарар иттем. Ҡатынының ирен дә, мине лә аңлауын теләп, Хоҙайҙан ялбарып һорайым.
Әле уның ҡатыны Чечняла йәшәй. Мин барыһына ла ризамын: ул сәстәремде йолҡоп, мине әрләһен дә, ҡысҡырһын да, тик мине аңлай ғына күрһен: уның ирен тартып алырға ла, ғаиләләрен тарҡатырға ла иҫәбем юҡ, киреһенсә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытырға, ошо ҡатындың ышанысын яуларға теләйем.
Хыялым: яҡын кешем менән бергә йәшәү, ошо ҡатын менән икәүләп аш бүлмәһендә тәмлекәстәр бешереп, рәхәтләнеп сәй эсеү, матур, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтереү, ҡайһы бер мәлдә яратҡан иребеҙҙе үҙ-ара ғына һөйләп-тикшереп тә алыу…
Әлиә менән бүтән осрашырға насип булманы, телефонын да юғалтҡанмын, уны социаль селтәрҙәр аша ла эҙләп таба алманым. Һис шикһеҙ бәхетле буласағына ышанған был ҡыҙ баланың өмөтө аҡланғандырмы-юҡмы – әйтә алмайым…
Фото: zen.yandex.ru
Минзифа Ильтинбаева
Читайте нас: