Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2020, 15:53

"Их, ябығырға ине!.."

Түҙемһеҙлек менән көткән яҙ ҙа етте. Кәйеф күтәренке, алда ниндәйҙер үҙгәрештәр көтә кеүек...

Түҙемһеҙлек менән көткән яҙ ҙа етте. Кәйеф күтәренке, алда ниндәйҙер үҙгәрештәр көтә кеүек...
Ошондай уйҙарға сумып көҙгө янынан уҙып барғанда үҙгәрештәрҙе иң элек үҙеңдән башларға кәрәклекте аңлайһың да тиҙ генә ергә төшәһең. Ҡыш буйына йыйылған артыҡ ауырлыҡтан ҡотолғо, яҙҙы ҡупшы буй-һын менән ҡаршылағы килә. Эште нимәнән башларға һуң?

Табип–терапевт, гастроэнтерологтар белдереүенсә, ябығыуға ҡыш тотоноуы күпкә ауыр. Ниңә тигәндә, был осорҙа организм майҙарҙы юҡҡа сығарыуға ҡарағанда, уларҙы күберәк туплау менән "мауыға".

Яҙға тиклем ябығырға теләгәндәр иң элек дөйөм ҡан, бәүел анализы тапшырып, Д витаминының биохимик күрһәткестәрен асыҡларға тейеш. Туҡланыу рационына ла иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Унда күберәк йәшелсә, еләк-емеш, сифатлы аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итһен. Көн дауамында аҙ-аҙлап бүлеп ашарға, күп итеп таҙа һыу эсергә өйрәнергә кәрәк. Йоҡо режимын да юлға һалырға онотмағыҙ.

Белгестәр билдәләүенсә, яҙ күп кенә хроник сирҙәр баш ҡалҡыта. Улар ашҡаҙан-эсәк системаһы менән бәйле икән, был осорҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ундай кешеләргә ябығыу, диетала ултырыу тыйыла. Ауырыу көсәйгән осор артта ҡалғас, белгес күҙәтеүе аҫтында теләгәнеңә тотонорға мөмкин.

Табиптар белдереүенсә, ҡайһы берәүҙәрҙең ас тороп, тиҙ арала ябығырға теләүе - ҙур хата. Аслыҡ менән күҙгә-күҙ осрашҡан организм үҙен яҡларға тотона. Булған барлыҡ запас май булып туплана башлай. Шуға күрә көнөнә бер нисә тапҡыр аҙ-аҙлап ашарға кәрәк. Калориялар һанап туҡланыу ҙа дөрөҫ түгел. Ҡайһы берәүҙәр, көн дауамында мөмкин тиклем күберәк һыу эсергә кәрәк, тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлап бөтөрмәй: был исемлеккә кофе, сәй, һут инмәй.

Табиптар экспресс-диеталарға ҡаршы булыуын, бындай ысул менән ябыҡҡан кешенең организмын ҡабат элекке халәтенә ҡайтарыуҙың бик ауырлығын билдәләй. Рациондағы калория күләме саманан тыш кәмегәс, организм йонсой, эске органдар дөрөҫ эшләмәй башлай. Экспресс-диеталарҙан мөғжизә көткәндәр бик ныҡ яңылыша. Әлеге диета ваҡытында кеше калорияларға ҡытлыҡ кисереүе, физик әүҙемлекте арттырыуы иҫәбенә генә ябыға.
Фото: "Бәйләнештә".
Самат Ғәлин
Читайте нас: