Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2020, 13:06

ОЛОЛАР КҮҢЕЛЕН КҮРҘЕК

Күптән түгел Кинйәбулаттың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары Ишембай ҡалаһында “Ғаилә” үҙәгендә булып, унда тәрбиәләнеүсе ололарҙы “Аулаҡ өйҙә” тип аталған театрлаштырылған концерт программаһы менән һөйөндөрҙө.

Күптән түгел Кинйәбулаттың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары Ишембай ҡалаһында “Ғаилә” үҙәгендә булып, унда тәрбиәләнеүсе ололарҙы “Аулаҡ өйҙә” тип аталған театрлаштырылған концерт программаһы менән һөйөндөрҙө.
Кинйәбулат борон-борондан йыр-бейеүгә маһир кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан ауылдарҙың береһе була. Әлеге көндә лә ауылыбыҙ ошо данын төшөрмәй йәшәүен дауам итә. Беҙҙә оло быуын вәкилдәрен берләштергән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы эшләп килә. Ойошманы БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Кинйәбулат башҡорт халыҡ театрының режиссеры Зөбәржәт Шаһиева етәкләй.
Беҙҙе бик ихлас ҡабул иттеләр. Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән матур “Наза”, “Йөҙөк һалыу” уйындары тамашасы күңеленә хуш килде. Рәүиә Сираева менән Нурия Тимербулатова сараны матур итеп алып барҙы. Йырсылар Райхана Исхаҡова, Вәсилә Фәйрушина, Гөлсирә Дәүләтова, Рәүиә Сираева, Юрис Ҡолмәнбәтов, гармунда уйнап йырлаусы Шәмсинур Әлимғужина сығышы тамашасы күңелендә көслө тойғолар уятты. Гүзәл Дәүләткилдова башҡарған яңғыҙ бейеү тамашасыға бигерәк оҡшаны, ә инде Гөлсирә Дәүләтова менән Шамил Кәлимуллиндың мунса ташын табып алып килеүе халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын иҫкә төшөрҙө. Әсҡәт Өмөтбаев менән Хәлимә Хәкимованың шиғырҙар һөйләүен апайҙар һәм инәйҙәр күҙ йәштәре аша тыңланы. Ә инде күмәк бейеү ваҡытында күптәр бергәләп бейергә төштө. Хис-тойғоларға бай сараны “Ауыл кисе” йыры менән тамамланыҡ. Бында тәрбиәләнеүсе ололар рухи байытҡан, күңелдәрҙе бөтәйткән осрашыу өсөн Кинйәбулат ағинәйҙәренә рәхмәттәр әйтеп, тағы килеүебеҙгә өмөтләнеп оҙатып ҡалды.
Читайте нас: