Магазиндың ишеген саҡҡа этеп биш йәшлек Хәмит килеп инде: Һаумыһығыҙ Сәриә инәй, ирегән кәнфиттәр бармы? - тип иртәнсәктән ауыҙына бер телем икмәк ҡапмаған малай күҙҙәрен һатыусы инәйгә төбәне. Был малайҙың инеп сығырын белгән кеүек Сәриә инәй һатыусы өҫтәле аҫтынан бер бәләкәй тоҡ менән ирегән кәнфиттәрзе сығарып һалды ла:" Улым, һин һәр ваҡыттағыса барыһынан да алда өлгөрҙөң..." - тип күҙ ҡыҫты. Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән малай үҙенең муйынына элеп алған сымыҡ тимерҙең ҡап уртаһына кәнфитте туп кеүек түңәрәкләтеп индерҙе, муйынына элеп ҡуйҙы, бер тапҡыр тешләп тәмләп ҡараны ла һатыусыға рәхмәттәр уҡып сығып китте. Урам буйлап китеп бара, муйынында эленеп торған шәрбәтте тешләп имә лә күктең етенсе ҡатына етерҙәй итеп һикереп ебәрә. Ҡоҙоҡҡа барып еткәс тә шаптырлатып һыуыҡ ҡына һыу эсә лә юлын дауам итә. Дуҫына китеп бара ул. Уянған булһа инде, һәр ваҡыттағыса әсәһе сығып Хәмитте:" Таң һарыһы менән баламды уятаһың!" - тип әрләп тормаһа. Эх... Хәмит тә бит йоҡлар ине, дуҫының әсәһе бешергән кеүек тәмле ҡоймаҡ менән сәй ҙә эсер ине....Өйөндә әсәһе эсеп аунап ятмаһа, етмәһә үгәй атаһы бәләкәс ҡустыһын туҡмап бер була, Хәмиткә лә шыйыҡ сыбыҡ күп тапҡыр эләгеп тора, шуға иртәрәк тороп ҡасыу яғын ҡарай.Әсәһе баланың :"Әйҙә сығып китәйек!"- тиеүенә, тик башынан һыйпап илай ғына.
Мәрфуға (Хәмиттен әсәһе) ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһе ине, атаһы уны көсләп бай Ғифрангаға кейәүгә бирҙе, Ғифран насар кешеләрҙән булманы, Мәрфуғаның юлына аҡ келәм түшәй ине, ни һорай шуны алды, тик Мәрфуға ғына быны теләмәне, сөнки ул икенсене ярата ине, ә шулай ҙа уға бер ул тапты, икенсеһенә йөклө булып больницала ятҡанда, Ғифран менән Мәрфуғаның атаһы күстәнәс алып киләм тип юлға сыҡҡас, машина менән аварияға эләгеп мәрхүм булдылар. Икенсе балаһын табып әсәһеҙ үҫкән Мәрфуға атайһыҙ ҙа, ирһеҙ ҙә ҡалғас, беренсе тапҡыр яңғыҙы ултырып шарап менән шешәне бушатты. Эскегә һалышты. Өйөнә ауылдың төп эскесеһе Ильсур инеп хөкөм һөрҙө.
Ниһайәт, Хәмит килеп етте, дуҫының әсәһе Айгөл килеп сыҡты ла уны өйгә алып индерҙе, ултырып сәй эстеләр, был булмай торған хәлгә Хәмит шаҡ ҡатты, әллә ҡурҡышынан әллә аптырауҙан өндәшмәй генә туйынды. "Һин беҙҙә бөгөнгә ҡалып тор йәме." - тине дуҫының әсәһе һәм өйҙән сыҡмаҫҡа ҡушып сығып китте.
Дуҫы Хәмиткә өндәште:" Ә мин беләм ни эшләп һине беҙҙә тоталар. Һинең әсәйең менән ҡустыңды, үгәй атайың үлтергән. Мин быны иртәнсәк атай менән әсәй һөйләшеп ултырғандарында ишеттем. Ҡыҙыҡ, улар мине йоҡлай тип уйлайҙар, ә мин барыһын да тыңлап ятам, әсәй кәнфитте ҡайҙа йәшергәнен дә күҙҙең ҡыры менән күҙәтәм. Хәмит? Һин нимә? Ҡайҙа киттең? " Хәмит аҙаҡҡа тиклем тыңлап та бөтмәне, ишек яғына юлланды." Туҡта! Һиңә унда ярамай! Туҡта !". Тик дуҫын ишетмәне Хәмит . Ҡолағы тондо, тәне буйлап бер һыуыҡ бер эҫе йүгерҙе. Әммә күҙҙәренән бер тамсы йәш тамманы, тын алырға ла онотҡандай өйө яғына йүгерҙе, һөрлөгөп ҡолап китте, бер ниндәй ауыртыу һиҙмәй кире тороп атлыҡты. Өйҙәре эргәһендә күмәк кеше йыйылған, милиция, малайҙың өйгә нисек йүгерек инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды кешеләр. "Әсәй!" - тигән әсе тауышҡа бөтәһе лә өйгә инде. Унда әсәһенең өҫтөндә үкереп илаған баланы милиция хеҙмәткәрҙәре тышҡа сығарам тип тырышалар ине, тик лыҡа ҡан әсәһенә йәбешкән малай :" Тор! Тор!"- тип ысҡындырырға теләмәне.
Бер нисә көндән Хәмитте детдомға алып киттеләр. Үкһеҙ етем бала кемделер көттө. Бер көндө олпат кәүҙәле, көр тауышлы ағай килде:" Мин һинең әсәйеңдең дуҫы. Мин уны ныҡ яраттым, һинең кеүек, тик һөйләшеп ҡуяйыҡ, ана, һиңә ҡарап йылмайған апайға беҙ уны әйтмәҫбеҙ, йәме? Әйҙә ғаиләм менән йәшәргә. Минең һинең кеүек улым һәм ҡыҙым бар, һеҙ һис шикһеҙ дуҫ булырһығыҙ. " - тип өндәште.