Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2020, 14:58

Бер сәғәткә һүндереп торайыҡ

28 мартта 20.30 сәғәттә Рәсәйҙә һәм донъяла йыл һайын уҙғарылып килгән “Ер сәғәте” экологик акцияһы үтә.

28 мартта 20.30 сәғәттә Рәсәйҙә һәм донъяла йыл һайын уҙғарылып килгән “Ер сәғәте” экологик акцияһы үтә.
Ойоштороусылар был көн бар халыҡты бер сәғәт дауамында электр энергияһы менән файҙаланыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Ошо юл менән тәбиғәт киләсәгенә битараф булмауыбыҙҙы, ресурстарға һаҡсыл ҡарашыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Ҡайһы бер ҡалаларҙа ошо ваҡытта велоуҙыштар, шәмдәр менән флешмобтар һәм башҡа саралар уҙғарыласаҡ.
Республика Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы Ишембай халҡына был ҙур сараға ҡушылырға саҡыра.
Фото: интернет.
Читайте нас: