Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2020, 00:55

РЕМОНТ ӨСӨН КӨНӨ КӘРӘК

Соҡор-саҡырлы юлдар темаһы әлеге көндә көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып тора. Марттың тәүге аҙнаһында уҡ Ишембайҙа юлсылар иң проблемалы урындарҙы ямауға тотоноуға ҡарамаҫтан, был эштәрҙе тейешле сифатта башҡарыу өсөн ҡулай һауа торошо талап ителеүен аңларға кәрәк.

Соҡор-саҡырлы юлдар темаһы әлеге көндә көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып тора. Марттың тәүге аҙнаһында уҡ Ишембайҙа юлсылар иң проблемалы урындарҙы ямауға тотоноуға ҡарамаҫтан, был эштәрҙе тейешле сифатта башҡарыу өсөн ҡулай һауа торошо талап ителеүен аңларға кәрәк.
Муниципаль район хакимиәте юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлы иҫәпкә һәм Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитеты тарафынан әҙерләнгән программаға индереү буйынса эш башланы. Техник көйләү һәм метрология буйынса Федераль агентлыҡтың приказы, Рәсәй Федерацияһының төбәктәр үҫеше министрлығы приказы менән раҫланған ГОСТ талаптарына ярашлы, эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалыу һауа температураһы плюс 10 градустан һәм унан юғарыраҡ булған осраҡта ғына башҡарыла. Ошо температура режимына етмәйенсә соҡорҙарҙы эҫе асфальт менән ремонтлау талаптарҙы боҙа. Әммә бөтәбеҙгә лә бөгөн һәм хәҙер үк кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә етәкселәргә һәр һорауҙы асыҡ биреү мөмкинлеген ишембайҙар әүҙем ҡуллана һалды.
- Соҡорҙарға бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, 6 марттан Ишембай юлдарының айырыуса проблемалы урындарында һыуыҡ асфальт менән ремонт башланыҡ. Әлегә кисекмәҫтән эшләүҙе талап иткән авариялы соҡорҙар ямала. Шулай уҡ әлеге көндә параллель рәүештә соҡорҙарҙы оцифровкалау буйынса эш бара, 15 апрелгә тиклем өлгөрөргә тейешбеҙ, - тип уртаҡлашты социаль селтәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов. - Ленин проспектында, Губкин, Төньяҡ урамдарында, Индустриаль шоссеһы, Бульвар, Стахановсылар урамдары буйлап, Ҡарайған яғына һәм Петровск яғына сыҡҡан юлдарҙың иң проблемалы участкаларына ремонт эшләнде. Ял көндәрендә Кинйәбулат шоссеһы, Богдан Хмельницкий, Йәштәр һәм Стахановсылар урамдары буйлап авариялы соҡорҙарҙы ремонтлау барҙы. Талаптарға ярашлы ҡала һәм райондағы барлыҡ соҡорҙарға инвентаризация яһап, һауа шарттары мөмкинлек биргәс тә апрель урталарынан дөйөм соҡор ремонты буйынса эштәрҙе башлаясаҡбыҙ. 15 июнгә тиклем район биләмәһендә эштәрҙе тамамлау планлаштырыла.
Быйыл Ишембайҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” федераль программаһы буйынса 10 урамда асфальт юл ҡатламы ремонтланасаҡ. “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы 6 ихата эсендәге юлдарҙы комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған.
Читайте нас: