Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 23:38

Март – петуния сәсер ваҡыт

Баҡсасылар петунияны оҙаҡ ваҡыт шау сәскәлә ултырғаны, башҡалар менән сағыштырғанда, талымһыҙ булыуы өсөн үҙ итә. Март – ошо гөл үҫентеләрен әҙерләү өсөн бына тигән ваҡыт.

Баҡсасылар петунияны оҙаҡ ваҡыт шау сәскәлә ултырғаны, башҡалар менән сағыштырғанда, талымһыҙ булыуы өсөн үҙ итә. Март – ошо гөл үҫентеләрен әҙерләү өсөн бына тигән ваҡыт.
Үҙебеҙ ултыртабыҙ
Петунияны үрсетмәгә ултыртыу өсөн нейтраль йә иһә аҙ оксидлашҡан ер ҡатнашмаһы кәрәк. Ул йомшаҡ, туҡлыҡлы матдәләр менән ашланған, һыуҙы тотоп торорлоҡ булырға тейеш. Биш кило тупраҡҡа 500 грамм ағас көлө, 250 грамм перлит, 1 ҡалаҡ калий сульфаты алына. Ер ҡатнашмаһын үҙебеҙ яһай алабыҙ. Бының өсөн ҡом, баҡса тупрағы һәм торфты 1:1:2 күләмендә алырға кәрәк. Аҙаҡ әҙер ергә «Превикур» иретмәһе йәки марганцовка һибәбеҙ.
Әҙер грунтты торттан бушап ҡалған пластик һауыт, һыу шешәләрен буйға ярып тултырабыҙ.
Сәсеүгә 24 сәғәт ҡалғас, тупраҡты яҡшылап дымландырырға кәрәк. Был осракта орлоҡтарҙы тигеҙ итеп һалыу мөмкин буласаҡ. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан ҡоро ҡом менән бутау ҙа хәйерле.
Петунияны сәсәбеҙ һәм пульверизаторҙан һыу һиптерәбеҙ. Өҫтән быяла йәки полиэтилен менән ҡаплайбыҙ. Әҙер «түтәл»де йылы урынға ҡуябыҙ. Көн һайын елләтеп алырға онотмайбыҙ. Петуния – яҡтылыҡ яратҡан үҫемлек. Кес кенә шытымдар күренеү менән, яҡтылыҡты арттырыу кәрәк. Һис юғы ул 14-16 сәғәтте яҡтыла үткәрергә тейеш. Һыуҙы иһә баштараҡ шприц менән һибеү дөрөҫ булыр. Петунияның дүрт-алты япрағы барлыҡҡа килеү менән һирәкләп ултыртырға мөмкин тигән һүҙ. Улай эшләргә теләмәһәгеҙ, үрсетмә сәскән ваҡытта уҡ орлоҡто айырым стакандарға ултыртырға кәңәш ителә.
Аҡ ҡар өҫтөндә… орлоҡтар
Петуния сәскәһенең орлоғо туҙан һымаҡ ваҡ була. Шуға ла уны сәсеү ауырлыҡ тыуҙыра. Баҡсасылар өсөн был йәһәттән бер хәйлә бар: орлоҡтарҙы ҡар өҫтөнә сәсәбеҙ. Был – бик уңайлы ысул. Беренсенән, ҡар өҫтөндә ваҡ орлоҡтар күренә һәм уларҙы аралап, тигеҙләп ултыртып була. Икенсенән, ҡар ирегәс, орлоҡтар тупраҡ өҫтөнә төшәсәк. Улар үҙҙәренә кәрәк тәрәнлекте һайлаясаҡ. Өҫтәүенә ҡар һыуы орлоҡтар өсөн файҙалы. Ул тупраҡты дым менән туйындыра. Ҡар өҫтөнә ултыртҡан орлоҡтар тиҙерәк шытып сыға.

Нисек башҡарырға һуң был эште? Башта орлоҡ ултыртаһы тишекле һауытҡа тупраҡ һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ, тығыҙлайбыҙ. Тупраҡ өҫтөнә 2-3 сантиметр ҡалынлыҡта ҡар һалабыҙ. Шунан өҫтөнә орлоҡто һибеп сығабыҙ. Тағы бер ҡатлам ҡар өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ полиэтилен менән ҡаплап, йылы урынға ҡуябыҙ.
Тәрбиәләп тороу мөһим
Петуния 24-25 градус йылыла тиҙ шытып сығасаҡ. Сәскәнең гибрид төрҙәре йылыға айырыуса талапсан. Артыҡ йылы булһа, сирләп китергә, температура түбәнәйһә – шытмаҫҡа мөмкин. Шуны ла онотмағыҙ: орлоҡтарға башланғыс осорҙа өҫтәмә яҡтылыҡ кәрәк. Бының өсөн фитолампа ҡулланырға була. Был осраҡта мартта сәскән петунияғыҙ май уртаһынан башлап октябрь аҙағына тиклем шау сәскәлә ултырыр. Ваҡытында һыу һибеп, ике аҙнаға бер мәртәбә шыйыҡ ашлама менән туҡландырып торорға онотмағыҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Самат Ғәлин
Читайте нас: