Уның яман шешкә ҡаршы файҙаһы бар.
Һары помидорҙы баҡсасылар айырыуса яратып үҫтерә. Уның ҡыҙыл төҫтәгеләренә ҡарағанда файҙалыраҡ булыуын күптәр белмәйҙер әле.
Улар әсе түгел, шуға ла ашҡаҙандары ауыртҡан һәм аллергия булған кешеләр ҙә уны рәхәтләнеп ашай ала. Һары помидорҙа А провитамины күп, ул организмда А витаминына әүерелә. Шулай уҡ, ҡан йөрөшөн яҡшыртыусы фолий кислотаһы ла күп.
Иң мөһиме - һары помидор яман шешкә ҡаршы көрәшеүсе ретинолга бик бай. Уның күҙгә лә, сәс һәм тырнаҡҡа ла файҙаһы ҙур. Уның составындағы В витамины тире һәм нерв системаһы өсөн файҙалы.
Һары томаттар итле һәм бик тәмле була, улар фитофторозға ла бик бирешеп бармай. Теплицаға утыртыу өсөн “Гигант лимонный”, “Желтое сердце”, “Илья Муромец” кеүек сорттар яҡшы була.