Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2020, 02:16

ӘСӘ ЙӨРӘГЕ

Мәрзиә дауахана тәҙрәһенә текәлгән. Ҡышҡы сатлама төн күк йөҙөнә меңләгән йондоҙҙар һипкән. Ҡатын уларҙы күҙәтеп иң яҡтыһын эҙләп тапты. Ана, барыһынан да сағыуыраҡ булып шаян емелдәй ул йондоҙ!

Мәрзиә дауахана тәҙрәһенә текәлгән. Ҡышҡы сатлама төн күк йөҙөнә меңләгән йондоҙҙар һипкән. Ҡатын уларҙы күҙәтеп иң яҡтыһын эҙләп тапты. Ана, барыһынан да сағыуыраҡ булып шаян емелдәй ул йондоҙ!
-Таптым, таптым ! Исеме Аҡйондоҙ буласаҡ! –тип уйланы ҡатын.
-Эй, Йондоҙом, ярҙам ит балама, зинһар! Күңел күгемде балҡытып йәшәй генә күрһен!
Ай нурҙары ҡараңғы бүлмәне яҡтыртып сабыйҙың йөҙөнә төшкән. Аҡ биләүгә төрөлгән йомғаҡ өнһөҙ генә ята.
-Беҙ реанимация бригадаһы табиптары менән барыһын да эшләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы баланың яҙмышын ваҡыт ҡына хәл итәсәк,- тинеләр Мәрзиәгә. – Резина көпшә аша кәрәкле дарыуҙар, эретмәләр ебәреп торабыҙ, әлегә хәле бик ауыр.
-Сабыйығыҙ янына кереп йөрөгөҙ, беҙ ҡаршы түгел.
-Йөклө сағығыҙҙа һалҡын алдырғанһығыҙ, вирус бала организмына үтеп инеп, баш мейеһенә кислородты тотҡарлаған.
Табиптарҙың тауышы Мәрзиәнең ҡолағына шаңдау кеүек ишетелде. Ул ауырып китеүгә сәбәпсе булған хәлде иҫенә төшөрҙө.
...Район үҙәгенән йыраҡ йәшәй улар. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барып, табиптың күрһәтмәләрен теүәл үтәргә күнеккән. Шулай булмайса, сабыйының һау-сәләмәт тыуыуы мөһим уға. Эштәрен теүәлләп ҡайтырға сыҡҡанда күҙ бәйләнә башлаған ине инде. Көҙгө көн ярты көн, тиҙәр бит. Автобус туҡталышында хәтһеҙ баҫып торҙо , тик уларҙың ауылына ыңғай бер транспорт та юҡ! Инде ҡараңғы төштө. Ҡар ҡатыш ямғыр яуып ебәрҙе, һалҡын ел сыҡты. Мәрзиә үтәнән-үтә өшөп ҡатты. Шулай тора биргәс, бер таныш машина пәйҙә булды. Бәй, был бит күршеһенең машинаһы! Ҡатындың эсенә йылы йүгерҙе.»Былай булғас-ҡайтып етәм икән»,-тип уйлап алды ул һөйөнөп. Эй, төпкөл ауылдың яманлығы- ни китеп, ни ҡайтып булмай алйыта шул, ней үҙҙәренең машина һатып алырлыҡ хәлдәре юҡ, яңы ғына өй һалғас, тапҡан-таянған шунда китеп тора.
Тик Мәрзиә өмөтләнгән машина уның эргәһенән туҡтамай выжлап үтте лә китте! Ҡатын аптырап тороп ҡалды. Аһ, аһ, таныманы тиһәм- туп-тура уға текәлеп тейерҙәй үтеп китте лә баһа. Мәрзиәнең сараһыҙҙан күҙҙәренә йәш төйөлдө. Бигерәк бәғерһеҙ кешеләр булыр икән! Уларға ни зыяным тейгән?
Хәйер, күршеһенең яманлығын,ҡаты күңелле икәнен белмәйме һуң инде!
-Хәйерселек арттырып бала табаһың да, бала табаһың! Уларҙан кем изгелек күргән? Ана, ауылда бер ҡайҙа ла эшләмәй, ни өйләнмәй нисәмә егет ата-әсәһе маҙаһына тейеп өйҙә ята! Етмәһә, эскелек һаҙлығына баталар! Һинекеләр ҙә шулар һымаҡ булмаҫ, тимә!- тип һөйләнде күршеһе бер ингәнендә. Балаһыҙ бер илар, балалы мең илар, тигәндәр.
Мәрзиә өндәшмәне. Үҙеңдең балаң булмағанға көнләшәһеңме әллә, тип әйтеп булмай ҙа инде.Ә ире шым ҡала алманы:
-Ярай, һеҙҙән икмәк һорап кермәҫтәр! Балаһыҙ тормоштоң ни йәме?-тип төрттөрҙө.
Үпкәләп сығып киткән күршеһе бына әле үсен алды инде, ултыртмай китеп.
Шул ваҡыт:
-Ҡайҙа юл тоттоғоҙ,- тигән тауыш ишетелде. Икенсе милләттән олпат ҡына ир икән.-Әйҙәгеҙ, ултыра һалығыҙ!Туңғанһығыҙ бит!
Таныш булмаған был кеше Мәрзиәнең хәлен аңлап ауылдарына уҡ илтеп ҡуйҙы.
Иртәгәһен ҡатын ҡаты ауырып китте.Юғары температура бер-нисә көн төшмәй торҙо, табиптар ҙа укол маҙар һалыуҙан тыйылдылар.
-Балағыҙ ваҡытынан алда тыуып, кире эҙемтәләргә килтереүе мөмкин,- тинеләр уға.
Эй, йәшлек сабырһыҙлығы. Шунда район үҙәгендә ҡунып ҡалһа бәлки был бәләләр булмаҫ ине лә, кем белә. Тик өйҙә ҡалған балаһын, һуңға тиклем эштә тотҡарланған ирен, донъяһын уйлай шул инде ҡатын кеше.
***
Мәрзиә палатаға инеп, карауатына ятҡас шуны абайланы- йөрәге һурылып сығып эргәһендә тибеп ята лабаһа! Әйтерһең дә, кемдер уны тартып алған. Эйе, эйе йөрәген яңы тыуған сабыйына бирер ине әсә кеше, мөмкин булһа...
-Бөгөн дүшәмбе. Кесаҙна көнгә күҙҙәрен асмаһа, балағыҙ йәшәмәйәсәк, бик йәл,- тине табип.
Мәрзиә ошо өс көндө нисек тә үткәрергә тейеш. Палаталағы ҡатындар уға ҡарап нимә уйлайҙар икән? Йәлләйҙәрме, үҙҙәренең сабыйҙары өсөн ҡурҡалармы?
-Юҡ, мин баламды имеҙмәйем! Аҙаҡ, дауахананан ҡайтҡас, бер ҡайҙа ла сыға алмай ултырасаҡмын бит! Ә имеҙлеккә өйрәнһә-йәнең тыныс, теләһә кемгә ҡалдырып була!- тине йәш кенә әсә.
-Кит, нисек йәлләмәйһең ҡурсаҡтай балаңды!- тине палаталағы берәү.
-Ирем мине икенсегә алыштырҙы-әсәһе, туғандары ла шуны теләне. Был баланың миңә кәрәге юҡ!
Ҡатын эргәһендә ятҡан сабыйына артын ҡуйып боролоп ятты. Карауат ситендәге бала саҡ иҙәнгә тәгәрәмәне.
Мәрзиә был хәлде күреп тетрәнде. «Эх, минеке эргәмдә булһамы- ҡосағыма наҙлап ҡыҫып имеҙер инем!» Уның төндәр буйы илап шешенгән күҙҙәрен тағы йәш томаланы. « Йә Раббым, ярҙамыңдан ташлама» тип минут һайын ялбарҙы Мәрзиә.Әсәһенән өйрәнгән бер-нисә доғаны эсенән генә ҡабатланы.
« Ниңә был михнәттәр миңә генә, бер ғонаһһыҙ сабыйыма?»- тип әрнене күңеле. Күкрәге тулышып һыҙланы.
-Һөт һаман төшмәй, - тине күрше карауаттағы икенсе ҡатын, илаған балаһын нишләтергә белмәйенсә.
-Ҡана, үҙем имеҙәйем,- тине Мәрзиә баланы ҡулына алып.
-Эй, рәхмәт инде, әхирәт! Сабыйыңа сауап булып барһын.
Мәрзиәнең күҙ йәштәре субырлап бите буйлап аҡты... Бала имеҙеүҙән дә ләззәтлерәк нимә бар һуң был донъяла әсә өсөн? Тик ят ҡатындың балаһын түгел, ә йөрәк ярып сыҡҡан үҙ балаңды...Мәрзиә имеҙеп бөткәс, йоҡлап киткән балаһын әсәһенә тоттороп палатанан сыҡты. Аяҡтары үҙенән-үҙе ҡыҙы ятҡан бүлмәгә табан атланы.
Сабыйының хәле һаман да үҙгәрешһеҙ .Мәрзиә уға ҡарап тағы һоҡланды: түңәрәҫ йөҙлө, атаһына оҡшап ҡара сәсле ...
Нисек көтөп алдылар улар ҡыҙҙары тыуғанын! Ире бигерәк тә ҡыҙ булырын теләне:
-Ҡыҙҙар атай яҡлы була тип әйтәләр, исмаһам яҡлаусым булыр ине,- тип шаяртты.
Мәрзиә иренең шат йөҙөн иҫенә төшөрөп йылмайып ҡуйҙы. Бала ауырый,тигәс - унан кәм ҡайғырманы, минут һайын хәлен һорашып тора. Эйе, ирҙән уңды ул, уның менән осраштырған яҙмышына мең рәхмәт! Сабыр холоҡло, иғтибарлы, изге күңелле кеше ул. Әмир менән танышыуҙары бигерәк мәрәкә килеп сыҡҡайны!
Хәтерендә, 3 сө курста уҡып йөрөгән мәле. Педагогия институты студенттары«экватор” тип аталған байрам үткәрергә йыйына. Йәнәһе лә уҡыуҙың ҡап яртыһына килеп еткәндәр, теүәл 2 йыл ярым уҡыйһы ҡалған. Үҙҙәрендә егеттәр әҙ булғас,ҡунаҡҡа ауыл хужалығы институтынан буласаҡ агрономдар ҙа саҡырылған .
Осрашыу бүлмәһе матур итеп биҙәлгән, байрам программаһы ла күңелле, дәртле итеп төҙөлгән.
Уйын-көлкө, йыр-моң , бейеүҙәр менән йәштәр геү килде.
-Хәҙер беҙҙән һеҙгә музыкаль бүләк,- тине алып барыусы ҡыҙ ҡунаҡтарға ҡарап. Мәрзиә исемле ҡыҙ йырлап ишеттерер! Тик...гармунсыбыҙ юҡ шул,- тип өҫтәне моңһоу ғына.
-Бәй, гармунсы беҙҙең менән дәһә!-тиештеләр ҡунаҡ егеттәре.
- Әмир кисә генә әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтты, бына ҡыҙҙар күрһәтергә алып килдек,- тип мәрәкәләште улар. Гармунсы егет урта буйлы, уйсан ҡарашлы, аҡыллы икәне йөҙөнә сыҡҡан.
« Ғәлиә менән Заһир» йырының тарала ғына башланған сағы! Барыһы ла тын да алмай тыңланы Мәрзиәнең йырлағанын! Әмир өҙҙөрөп гармунында моң һуҙҙы...
Әмир менән Мәрзиә бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөнөләр ҙә, мөхәббәт хистәре уларҙың сәстәрен-сәскә бәйләне. Бына бит яҙмыш тигәндәре!
...Мәрзиәнең уйҙарын палатаға килеп ингән табиптың тауышы бүлде:
- Реанимация ваҡыты иртәгә тамамлана. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, теләһә ниндәй һөҙөмтәгә лә әҙер булығыҙ,- тине табип ҡатынға.
***
Мәрзиә инде нисәнсе төн йоҡламай. Сабыйы йәшәү өсөн көрәшкәндә әсә йөрәге лә бергә көрәшә, балаһына сабырлыҡ, көс теләп тибә.
«Мотлаҡ, мотлаҡ уның ғәзизе йәшәйәсәк! Иң бәхетле ҡыҙ буласаҡ! Иң шәп кейәүгә сығыр, яратыр, яратылыр... Бит әсәләр балаларын шуның өсөн табып үҫтерә- бәхетле итергә, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләй, һәр әсәгә үҙенеке иң матуры, иң аҡыллыһы...»
Мәрзиә коридорға сыҡты, барыһы ла йоҡоға талған. Шылт иткән тауыш та юҡ! Сеү, бер бала илай түгелме? Тауыш коридор осондағы палатанан ишетелә шикелле. Ҡатын һаҡ ҡына атлап шул яҡҡа ыңғайланы.
Ишекте асып инһә- олоғара бүлмәлә бер яңғыҙы сабый ята. Имеҙлеге төшкән икән, шуға яр һалып ҡысҡыра, йәнәһе, мине лә онотмағыҙ! Мәрзиә имеҙлекте балаға ҡаптырҙы , сабый йотлоғоп имергә кереште, шешә төбөндәге һөт бөткәс, буш имеҙлекте имеп тамшанып ҡуйҙы. Эйе, эйе, ишеткәйне Мәрзиә был бала хаҡында- әсәһе ҡалдырып киткән уны.
-Ниңә балағыҙҙан баш тартаһығыҙ? Аңығыҙға килегеҙ!- тип өгөтләне ҡыҙҙы табиптар.
-Әсәйем өйгә аяҡ та баҫтырмайым,тине - тип яуапланы йәш әсә. – Исемен Рузилә тип ҡушырмын тигәйнем, өләсәйем иҫтәлегенә...
Ҡыҙ күҙ йәштәрен тыя алмай илап ебәрҙе.
-Ҡалдырма балаңды! Әсәйең шундай һөйкөмлө ейәнсәрен күргәс тә иҫенә килеп, үкенер әле,- тейештеләр башҡа ҡатындар.
-Һеҙ минең әсәйемде белмәйһегеҙ, ул бик уҫал, һүҙендә ныҡ тора. Бер яңғыҙым бала менән ҡайҙа барайым?- тип үкһене ҡыҙ. –Ә йөрөгән егетем ауырлы икәнемде белгәс тә ташланы.
Сабыйын һуңғы тапҡыр ҡулына алып ҡосаҡланы ла ҡыҙ сығып йүгерҙе.
Мәрзиә күҙҙәрен тултырып ҡарап ятҡан балаға текәлде. « Ниндәй яҙмыш көтә һине сабый? Хатта үҙ әсәйеңә лә кәрәкмәйһең... Өләсәйең йоҡлай аламы икән? »
Бына бит, кемдер һау-сәләмәт балаһынан баш тарта, ә кемдер ғүмер буйы бала теләп тә көтөп ала алмай...
Мәрзиәнең күҙ алдына уларға ике өй аша ғына йәшәгән әбей килеп баҫты. Сирләп киткәс, янына көн дә барып, ярҙамлашып йөрөнө Мәрзиә. Сит яҡтан күсеп килеп, ҙур йорт-ҡура бөтөрөп, мал, баҡса тотоп етеш йәшәне улар.
Үлер алдынан бисара:
-Ғүмер буйы донъя ҡыуҙыҡ, затлы кейем кейҙек, яҡшы ризыҡтан өҙөлмәнек. Бер балабыҙ ғына булманы. Бына әле янымда торор , тауҙай донъямды ҡалдырыр кешем булыр ине, - тип өҙгөләнде. – Исмаһам, балалар йортонан берәй етемде алып ҡараһаҡ та үкһеҙ булмаҫ инем!
Мәрзиә уға ни тип әйтергә, нисек йыуатырға белмәне. Тегеһе һаман зарын теҙҙе:
- Ирем бала юҡлығына һәр ваҡыт әсенеп йәшәне. “Тубығы ямалған салбар кейһәм дә үкенмәҫ инем, балам «Атай”, тип ҡаршыма йүгереп сыҡһа»,- тип ҡабатлар ине мәрхүмең.
Әбей үлгәс, эстән дә, тыштан да ялт итеп торған йортон ауылда алыусы булманы. Тирә-яғын үлән баҫып, буяуы ҡубып ултыра бирә һаман да...
Мәрзиә тәҙрә янына баҫты. Төн генә уның хәлен аңлай төҫлө: Яҡты йондоҙ емелдәп күҙ ҡыҫты, түңәрәк Ай аҡ яулыҡ болғап сәләмләне.
-Барыһы ла яҡшы булыр, ҡайғырма! –тип өндәшкәндәй булды улар.
Мәрзиә таңға табан ғына йоҡлап китте, төш күрә, имеш, өйҙә ҡалған улы уның ҡаршыһына йүгерә. Ҡарҙы яра-яра, санаһын һөйрәп әсәһенә табан ашыға.
-Әсәй, туҡта! Һеңлемде санаға ултыртып үҙем алып ҡайтам,- тип ҡысҡыра.
Мәрзиә сабыйын юрғанға урап ҡыҫып ҡосаҡлаған да йылмайып:
-Ул әле бәләкәй, ултыра белмәй,- тип улына аңлатҡан була. Тегеһе уйнаҡлап эргәһендә бөтөрөлә . Өйгә кергәс, барыһы ла сабыйҙы күрергә йыйына,имеш...
Мәрзиә уянып китте.” Нишләп йоҡлап ятам ул, төш күрә-күрә. Ҡыҙым, ҡыҙым нишләне икән? Бөгөн ул уянырға тейеш бит! Уянырмы?Әллә...»
Ҡыҙы ятҡан бәләкәй бүлмәгә йыйынды ҡатын. Ошо ишек менән палата араһы әйтерһең дә бер ғүмер юлы...
Ишекте асып эскә үтте. Яһалма аппараттан алынған бала янына табиптар йыйылған. Йә, Хоҙай, сабыйы күҙҙәрен асып ҡарап ята лабаһа! Тик табиптарҙың ниңә кәйефе юҡ? Үҙ-ара тыныс ҡына ниҙер һөйләшеп, бәхәсләшәләр.
-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имеү рефлексы һүнгән. Зонд менән генә көн күреү мөмкин түгел,- тинеләр ҡатынға ҡарамаҫҡа тырышып. – Баланың хәле шәптән түгел.
Һүҙҙәрен раҫлар өсөн сабыйҙың ауыҙына имеҙлек терәнеләр. Бала битараф ята бирҙе.
Мәрзиә ҡыҙын ҡулына алырға рөхсәт һораны. Һаҡ ҡына ҡәҙерлеһен ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫты.
Шул ваҡыт барыһын да аптыратып, хәлһеҙ ятҡан сабый йәнләнеп китте, әсәһенең күкрәген эҙләй башланы. Ә инде ауыҙына ҡапҡас, йотлоғоп имергә тотондо! Табиптар был мөғжизәгә хайран итте, үҙҙәре лә сабыйҙай шатланды, Мәрзиәгә ҡушылып күҙ йәштәрен һөрттө.
-Ҡайһылай был бала аҡыллы булып тыуған! Хоҙайҙың биргәненә шөкөр! Бәхете-ғүмере менән үҫһен,- тип изге теләктәр менән оҙаттылар Мәрзиәне дауахананан.
-Исемен кем тип ҡушабыҙ?- тине атай кеше ҡатынына яратып ҡарап.
-Аҡйондоҙ!- тине Мәрзиә йылмайып. Йондоҙ кеүек балҡып, нур сәсеп йәшәһен!

Фото: интернет

Читайте нас: