Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2020, 11:24

Торлаҡсылар ял белмәй

Тормошобоҙҙо был һөнәр эйәләренән башҡа күҙ алдына килтереү ҙә ҡатмарлы. Көнкүрешебеҙҙе бөтөн, уңайлы, матур һәм таҙараҡ итеүсе торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре иңендә оло яуаплылыҡ ята.

15 март – Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре көнө

Тормошобоҙҙо был һөнәр эйәләренән башҡа күҙ алдына килтереү ҙә ҡатмарлы. Көнкүрешебеҙҙе бөтөн, уңайлы, матур һәм таҙараҡ итеүсе торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре иңендә оло яуаплылыҡ ята.
“5-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡалабыҙҙа иң ҙур идарасы компанияларҙан һанала. Улар ҡарамағында 73 күп фатирлы йорт. Һәр береһен тәртиптә тотоу өсөн ваҡыт та, тырышлыҡ та кәрәк. Ял көндәрендә лә дежурҙалар, ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәргә лә әҙер торалар. Подъездарҙа тәртип, йорт ихаталарында таҙалыҡ булдырыу, сантехник ҡоролмаларҙың көйлө эшләүен тәьмин итеү һәм башҡа байтаҡ бурыстарҙан тора уларҙың көндәлек хеҙмәте.
Быйыл ҡарҙың күп яуыуы ла торлаҡсыларға мәшәҡәттәр өҫтәне. Ҡыйыҡтарҙы ваҡытында ҡарҙан, боҙҙан таҙартып тороуға кешеләр именлеге бәйле. Яҙ етте тип иркен тын алырға иртә әле. Бөгөн бер нисә йорт түбәһен ҡарҙан таҙартырға ҡалды, тип ҡаршыланы беҙҙе инженер Гөлнара Попкова.
Әйткәндәй, Гөлнара Дамир ҡыҙы тураһында етәкселегенән маҡтау һүҙҙәре ишетеп өлгөргәйнек. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен төптән белеүе, коллективта эшкә ынтылыш уята алыуы менән ул хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған.
- Был торлаҡ-файҙаланыу участкаһында эшләүемә туғыҙ йыл. Хеҙмәт юлымды мастер булып башлағайным, әлеге көндә тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелде. Беҙ иң тәүҙә халыҡ өсөн тырышабыҙ. Шуға кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү беҙҙең эштә бик мөһим сифат, - ти ул.
Яҙ етеү менән торлаҡсыларға яңы мәшәҡәттәр өҫтәлә, тирәяҡты таҙартыу буйынса дәррәү эш башланасаҡ. Ҡалабыҙҙың Май байрамдарын бөхтә, күркәм итеп ҡаршылауына уларҙың да көсө һалына.
Хеҙмәт һөҙөмтәләре булғас, һөнәри байрамдарын да яҡшы кәйеф менән ҡаршылай 5-се торлаҡфайҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре.
- Беҙҙә берҙәм коллектив тупланған. Һәр береһе үҙ урынында, үҙ эшенең оҫтаһы. Ундай коллектив менән эште алып барыуы ла еңел. Һөнәри байрамыбыҙ менән торлаҡ-коммуналь хужалығында тир түгеүсе барлыҡ хеҙмәттәштәремде ҡотлайым, уңыштар, сәләмәтлек теләйем, - тине 5-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы директоры Айрат Ғизәтуллин.
Хеҙмәтеңдең кешеләргә кәрәк булыуын тойоу эшкә дәрт, ҡеүәт өҫтәй. Уңыштарға юл тап ошонан башланалыр ҙа.
Фото: автор.
Читайте нас: