Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2020, 11:15

Парацетамолды күп эсмә...

Дарыуҙарҙы, шул иҫәптән парацетамолды самаһыҙ ҡулланыу аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин, тип киҫәтә табиптар. Бигерәк тә грипп һәм үтә көслө тын юлдары вирус инфекциялары (ОРВИ) осоронда дарыуҙарҙан ағыуланыу осраҡтары йышайған.

Дарыуҙарҙы, шул иҫәптән парацетамолды самаһыҙ ҡулланыу аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин, тип киҫәтә табиптар. Бигерәк тә грипп һәм үтә көслө тын юлдары вирус инфекциялары (ОРВИ) осоронда дарыуҙарҙан ағыуланыу осраҡтары йышайған. Был хаҡта белгестәр хәбәр итеп, дауаханаларҙың терапия һәм көслө ағыуланыу бүлектәренә парацетамоллы препараттарҙан ағыуланыу менән бәйле мөрәжәғәттәр артҡан, тип белдерә.
Белгестәр үҙ белдегең менән дауаланыу ҡурҡынысы тураһында ла киҫәтә.
«Йыш ҡына халыҡ составын да белмәйенсә, парацетамол, икенсе төрлө әйткәндә, ацитоменафен матдәһен саманан тыш ҡуллана. Был үҙ сиратында ашҡаҙан-эсәк тракты ағзаларына, бауырға ауыр тәьҫир итә», - ти табиптар.
Мәҫәлән, Ҡазанда 2018 йылда 18 йәшлек ҡыҙҙың үлгәнен иҫкә алып: «Уның парацетамол эскәнен өләсәһе генә әйтте. Ҡыҙ эс ауыртыуын баҫам тип, тәүлегенә 20-шәр дарыу эскән. Дауаханаға дүртенсе тәүлеккә генә килеп эләгә, ҡыҙғаныс, уны ҡоткара алмайҙар», - ти табиптар.
Табиптар ОРВИ, грипп осоронда кешенең әҙ генә температураһы күтәрелеп, хәле бөтһә лә, дарыу эсеүен, бауыры сәләмәт булмаған, цирроз стадияһындағы кешегә, хәле киҫкенләшеп китеү өсөн, дүрт төймә парацетамол да етеүен иҫкәртә.
Табиптар тән температураһы 37,8-ҙән артҡан осраҡта ғына, дарыу эсеп төшөрөргә кәңәш итә. Уға тиклем организм үҙе көрәшергә тейеш.
Самат Ғәлин
Фото: интернет
Читайте нас: