Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 17:03

Ҡунаҡта - баш автоинспектор

Бөгөн ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов 12-се лицей уҡыусылары менән осрашты.

Бөгөн ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов 12-се лицей уҡыусылары менән осрашты.
Осрашыу уҡыусыларҙың инициативаһы буйынса һорау-яуап форматында үтте. Балалар полиция полковнигынан ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары, хыялдары тураһында ғына һорашманы, ә уның яратҡан музыкаһы, фильмы, спорт уйыны, йорт хайуаны менән дә ҡыҙыҡһынды. Уҡыусылар араһынан, ә үҙегеҙ юл ҡағиҙәһен боҙғанығыҙ бармы, тип һораусы ла булды.
Бөтә һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе полиция полковнигы Динар Заһит улы.
Фото: автор.
Читайте нас: