Муниципаль райондың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы РФ Президенты грантын алыуға өлгәште.
“Сергей Кириенко рәйеслегендәге координация комитеты Президент гранттары фондының сираттағы конкурсына йомғаҡ яһаны. Һеҙҙең ойошма еңеүселәр исемлегенә инде”, - күптән түгел райондың ветерандар советына килгән ҡотлау һүҙҙәре ошондай юлдар менән башланған.
Ишембай ветерандарының проекты грантҡа дәғүә иткән 9308 ғаризанан фонд тарафынан һайлап алынған 2017 еңеүсе иҫәбендә була. Проект муниципаль район хакимиәте менән берлектә йәш быуын ҡатнашлығындағы хәрбипатриотик һәм тәрбиә эштәренең барлыҡ йүнәлештәрен иҫәпкә алып әҙерләнә.
- Беҙҙең проект тейешле баһа алырына ышанғайныҡ, - тип уртаҡлашты ветерандар советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин. – Өмөтөбөҙ тулыһынса аҡланды. Йәмәғәт ойошмаһына бүленгән грантҡа, ә был 300 мең һумға яҡын аҡса, йәштәр һәм ветерандар менән эшләү мөмкинлектәрен киңәйтә аласаҡбыҙ. Был йүнәлештә беҙҙең эшмәкәрлек программаһы бер нисә тиҫтә пункттан тора һәм 2021 йылдың август аҙағына тиклемге арауыҡты үҙ эсенә ала. Совет тарафынан планлаштырылған сараларҙың байтаҡ өлөшө Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналған. Тиҙҙән Маҡар ауылында ауыл биләмәләренең ветеран ойошмалары активистары ҡатнашлығында күсмә семинар үтәсәк. Киләсәктә ошондай осрашыуҙар райондың башҡа ауылдарында ла ойоштороласаҡ.
- “Үлемһеҙ полк” акцияһында, мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре уҙғарыуҙа, йәштәрҙең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙарында әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ, - ти Ришат Иншар улы. – Хәтер вахтаһы сиктәрендә уҡыусыларға тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсиялар ойоштороу, Бөйөк Еңеүгә һәм Рәсәйҙең Хәрби дан көндәренә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурстары, акциялар уҙғарыу ҡаралған. Ветерандар советы рәйесе әйтеүенсә, планлаштырылған барлыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе булып оло һәм йәш быуындың рухи яҡынлығын булдырыу тора.
Был берҙәм эштә Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы һәм башҡа уҡыу йорттары, мәҙәниәт учреждениелары, балалар һауыҡтырыу лагерҙары, муниципаль райондың ветерандары әүҙем ҡатнашасаҡ.