Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 13:17

Ҡанда шәкәр күләмен нисек кәметергә?

Тәбиғи компоненттар нигеҙендә әҙерләнгән шифалы дауа ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә.

Тәбиғи компоненттар нигеҙендә әҙерләнгән шифалы дауа ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә.
Һѳт һәм прополистан әҙерләнгән шифалы рецепт: йоҡлар алдынан 10 кѳн буйы ярты стакан йылы һѳткә 15 тамсы прополис ҡушып эсергә. Бындай дауаланыу курсын ике тапҡыр үткәрергә кәрәк. Ике аҙна дауамында иртәнсәк ашарҙан ярты сәғәт алда бер балғалаҡ ваҡланған дәрсен (корица) ҡушылған бер стакан кефир эсергә.
Һоло тѳнәтмәһе лә шәкәрҙе кәметә. Бер балғалаҡ һоло ярмаһына бер стакан һыу ҡойоп, 15 минут талғын утта бешерергә. Тѳнәтмәне һыуытып, һѳҙѳп, ѳс ѳлѳшкә бүлергә һәм кѳн дауамында эсергә.
Ҡара ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй.
Бер ус ҡара ҡарағат япрағына ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ һыуынғанын кѳтѳргә. Даими рәүештә ҡара ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй эсеү ҡандағы шәкәр кимәлен яҡшырта.
Ҡара кѳртмәле япрағы тѳнәтмәһе лә файҙалы. Бер ҡалаҡ ваҡланған ҡара кѳртмәле япрағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға ла бер нисә сәғәт тѳнәтергә. Был шифалы тѳнәтмәне яртышар стаканлап ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә кәрәк. Ғилми тикшеренеүҙәр цикорийҙың да ҡандағы шәкәрҙе кәметеүен иҫбатлаған.
Шуға күрә, туҡланыу рационына цикорийҙан әҙерләнгән эсемлекте индереү ҙә мѳһим. Шәкәр ауырыуы менән сирләүселәргә халыҡ медицинаһы сығанаҡтарынан тыш, дѳрѳҫ туҡланыу принциптарын тоторға, йәғни ҡамырҙан әҙерләнгән ризыҡтарҙан, тәмле-татлынан, тоҙло, майлы аштарҙан баш тартырға кәрәк.
Фото: интернет
Читайте нас: