Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2020, 17:34

Уңыштары юғары баһаланды

Март башы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте коллективы өсөн матур ваҡиғаларға бай булды.

Март башы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте коллективы өсөн матур ваҡиғаларға бай булды.
2019 йылда республика сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн машиналар эшләү компанияһы Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Маҡтау грамтотаһы менән бүләкләнде.
Ә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт профсоюзы ҡатын-ҡыҙ-хеҙмәткәрҙәрҙең V съезында юғары һөнәри оҫталығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн производствоны әҙерләү буйынса инженер Гөлнара Ғәйнетдинова Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почет грамотаһы, технологик бюроһы начальнигы Римма Ибраһимова Роспрофпром президиумының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.
Читайте нас: