Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2020, 17:15

Әҙерлек тикшерелде

Муниципаль районда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре бара. Быйыл төбәктә ҡар норманан бер ярымға артыҡ яуған, шуға ла гидрологтар һыуҙың ғәҙәттәгенән күберәк буласағын иҫкәртә.

Муниципаль районда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре бара. Быйыл төбәктә ҡар норманан бер ярымға артыҡ яуған, шуға ла гидрологтар һыуҙың ғәҙәттәгенән күберәк буласағын иҫкәртә.
Кесаҙна көн иртә менән ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында сафҡа теҙелгән техниканы күреп, берәү ҙә аптырамағандыр. Ташҡын мәленә әҙерлекте баһалау маҡсатында һәр йыл ойошторолған был сараға ойошмалар, предприятиелар ҡул аҫтындағы махсус техниканы ошолай күргәҙмәгә теҙә. Район хакимиәте башлығы Азамат Абрахманов был өлкәгә яуаплылар менән аралашып, дөйөм техника әҙерлеген баһаланы.
Әле ҡотҡарыу бүлексәләре тулы әҙерлекте тәьмин итеү өҫтөндә, күнекмәләр үтә, тәүлек әйләнәһенә һыуҙың кимәле тикшерелә. Март аҙаҡтарында йылға-күлдәр кимәле ныҡлы күтәрелә башлаясаҡ, ти белгестәр. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда быйылғы ҡыш һуңғы 80 йылда иң йылыһы һәм һуңғы 20 йыл эсендә иң ҡарлыһы тип билдәләнгән. Йылғаларҙың асылыуы ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланыр тип көтөлә.
Фото: автор.
Читайте нас: